«Өйҙə уҡырға ярҙам ит»
Əйберҙəр тиҙ ҡартая. Тормош ағышы шəбəйҙеме, кисə алған нəмəң бөгөн иҫкергəн булып сыға. Элек, мəҫəлəн, көс хəл менəн һатып алған телевизор йылдар буйы ултыра,
күрһəтə ине. Хəҙер телевизор, кеҫə телефоны, компьютер кеүек үк, бер нисə йыл һайын алмаштырырға кəрəк - иҫкерə, замандан ҡалыша башлай. Кемдер шулай йəшəй, ə кемдеңдер
иҫкеһе лə булмауы бар. Дистанциондəрестəр башланмаһа, бəлки, был турала бик белмəҫ тə инек, онлайн уҡыуҙар серҙе асып һалды. Кемдер йыл да яңы айфон ала, кемдер смс
ҡына яҙырға эшкингəн “кирбес” телефон тотоп йөрөй. Ошо хəлде уйлап, «Берҙəм Рəсəй» партияһы, Рəсəй Хөкүмəте менəн берлектə, дистанцион уҡыуға күсеүсе мəктəп уҡыусыла-
рына ярҙам итеү маҡсатында, «Өйҙə уҡырға ярҙам ит» акция программаһын башланы. Башҡортостанда был акция сиктəрендə техникаға мохтаж уҡыусылар өсөн компьютерҙар
йыйыу башланды. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендə Башҡортостан Республикаһында йəшəгəн һəр уҡыусыға сифатлы дистанцион белем алыу сайттарына инеүҙе тəьмин итеү – акцияның төп
маҡсаты булып тора. Күмертауҙар был акция сиктəрендə, изге эштəр ҡыла ла башланы. Элегерəк ярҙам күргəндəргə өҫтəлеп, тағы өс ғаилə (күп балалы һəм аҙ тəьмин ителгəн-
дəр) компьютерлы булды. Был бүлəктəрҙе БР Дəүлəт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Хəйҙəр Миңшəриф улы Ғайсин һəм “Берҙəм Рəсəй” партияһының "Пушкинское" тəүге ойош-
маһы секретары Евгения Оськина алды. Районда бындай ярҙамға 170-тəн ашыу ғаилə мохтаж. Көйөргəҙелəр ҙə «Өйҙə уҡырға ярҙам ит» акцияһына əүҙем ҡушылды һəм тəүгелəрҙəн
булып “Ермолаево икмəге” йəмғиəте етəксеһе Анатолий Разводов күпбалалы аҙ тъəмин ителгəн ғаилəгə компьютер тапшырҙы. “Уфанет” акционер ойошмаһы инженеры Рөстəм
Вахидов был ғаилəнең йортона үҙ иҫəбенə интернет үткəрҙе. Кисə районыбыҙға РФ Дəүлəт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та килде. Ул һəр ваҡыттағыса буш ҡул
менəн килмəгəн. Зариф Закир улы Бахмут һəм Ермолаево ауылдарында йəшəүсе аҙ тəьмин ителгəн ике ғаилəгə планшет һəм өс аҙыҡ-түлек йыйылмаһы бүлəк итте