Ололар өлгө күрһәтә.

Ауылыбыҙҙың тышҡы йөҙө йылдан -йыл күркәмләнә, төҙөкләнә. Бигерәк тә һуңғы йылдарҙа үргендәрҙең хөкүмәт тарафынан булдырылған төрлө программаларҙа ҡатнашыуы, "Айыҡ ауыл " республика конкурсында еңеп сығыу һөҙөмтәләре оло ыңғай үҙгәрештәргә килтерҙе: яңы объекттар төҙөлдө, урамдарға асфальт түшәлде, шишмәләр төҙөкләндерелде, күмәк көс менән зыярат кәртәләнде.
Бер үк ваҡытта шәхси хужалыҡтарҙа ла ҙур эштәр башҡарыла. Ауыл халҡы тырышып донъя көтә, мал-тыуар аҫрай, гөрләтеп баҡса үҫтерә, тирә-яғын яңырта, төҙөкләндерә. Ауылыбыҙға йәм өҫтәп йәштәр яңы нигеҙ ҡора: Тибеҙҙә Илдус һәм Фирүзә Аҡсуриндар, Илдус һәм Зилиә Аҡъюловтар, Мәктәп урамында Морат һәм Рузилә Фәйзуллиндар, Сатрала Азамат Имелбаев, Денис һәм Фаягөл Аҙнабаевтар. Бигерәк тә был эшкә оло быуын вәкилдәренең тәүәкәлләп тотоноуы һоҡландыра һәм ҡыуандыра. Быйылғы йылда ғына ауылыбыҙҙың хөрмәтле кешеләре Йәүҙәт ағай Әхтәмов һәм Гүзәл апай Аҡсурина Тибеҙ урамында бер-бер артлы яңы заманса йорт күтәрҙеләр. Улар куп йәштәргә үрнәк һәм өлгө булып торалар.
Барыһының да йорттарының нигеҙҙәре ныҡлы, бәрәкәтле булһын, башлаған эштәре хәйерле тамамланһын!
Ауылыбыҙ тағы ла йәшәрһен, уның тормошо алға барһын, дауам итһен!

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей