Ноғоманова Фәриҙә Абдулла ҡыҙына! (Аургазинский район)

"Урал" ауыл хужалығы кооперативы идараһы, ветерандар советы Ноғоманова Фәриҙә Абдулла ҡыҙын 85 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлай! Юбилярғa киләсәктә яҡындарының күңел яҡтылығын, йән йылыһын тойоп, тыныслыҡта, һаулыҡта, муллыҡта, ҡыуаныста йәшәргә насип булһын.
Фәриҙә Абдулла ҡыҙы 1935 йылдың 28-се ғинуарында Мораҙым ауылында Моратшин Абдулла Вәхит улы(1897) һәм Бәхтейәрова Фәрхениса Имәнғол ҡыҙы(1894,Түрһәгәҙе ауылынан) ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға тыуған. Матур башланған бала саҡты Бөйөк Ватан һуғышы селпәрәмә килтерә. Юбилярҙың әле булһала күҙ алдында абзылары Сынтимер, Ғәбделкәрим менән илай-илай Һалабаш күле буйында аталарын фронтҡа оҙатыуҙары. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Абдулла Вәхит улына тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтыу насип булмай. Илебеҙ азатлығы өсөн барған ҡанлы көрәштә 1942 йылда хәбәрһеҙ юғала. Ғаиләгә килгән ауыр ҡайғыны Фәрхениса әбей эш менән баҫырға тырыша, һөйөклөһөнөң төҫө булған ғәзиздәрен ел-ямғыр тейҙермәйенсә үҫтерә. Көндөҙ баҫыу эшендә булһа, төнөн фронт өсөн аҙыҡ-түлек киптерә, ойоҡ-бейәләй бәйләй, тире иләп тундар тегә. Ул заманына күрә бик уҡымышлы, һәйбәт хәтерле, дини кеше булған, ғәрәпсә уҡый-яҙа, Ҡөрьән сүрәләрен, халыҡ йырҙарын, әкиәт-легендалар яттан белгән. Оҙон көйгә йырлана торған исемһеҙ йырҙары Мораҙым китабына ингән. Бик күп балаларҙың кендек инәһе лә. Фәриҙә апай Мораҙым мәктәбендә 7-се класты тамамлағас, класташы, ике туған һеңлеһе Фәүзиә менән Стәрлетамаҡ педагогия техникумына уҡырға инәләр. Әммә тыуған ауыл, әсәй һәр саҡ үҙенә тартып торғандыр инде, икеһе лә кире ауылға ҡайтып, Чапаев исемендәге колхозда хеҙмәт юлы башлайҙар. Юбиляр 1951-1991 йылдарҙа тыуған колхозында төрлө эштәрҙә эшләй. 1959 йылда Мораҙым ауылы егете Ноғоманов Тимерхан Байрамғол улы менән өйләнешеп 9 балаға (6 малай, 3 ҡыҙ) ғүмер бирәләр. Фәриҙә апай менән Тимерхан ағай 50 йыл бергә татыу йәшәнеләр, ғаиләләрендә өс быуын вәкилдәре татыу ғүмер итәләр. Тимерхан ағай 75 йәшендә вафат булды. Һеҙ, икегеҙ ҙә, ғүмерегеҙҙе колхоз эшенә бағышланығыҙ, хеҙмәтегеҙ хөкүмәтебеҙ тарафынан юғары баһаланды. “Хеҙмәт ветераны” танытмаһы, рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары – ал-ял белмәй эшләүегеҙҙең һөҙөмтәһе. Тимерхан ағай намыҫлы, тырыш, ихлас, егәрле булды. Фәриҙә апай ҙа көсөнән килгәнсә, һәр ваҡыт кешеләргә ярҙам итеп йәшәне. Ауыр тормош, ҡатмарлы йылдар булыуына, күп ваҡыт ауыр ирҙәр эшен башҡарырға тура килеүгә ҡарамаҫтан, һеҙ һәр саҡ тыныс, сабыр холоҡло булдығыҙ, төшөнкөлөккә бирелмәнегеҙ. I, II, II дәрәжә “Әсәлек даны” ордендары менән бүләкләнгән хөрмәтле әсә. Балаларҙың шатлыҡтары, ҡайғы-хәсрәте, улдарының армияға оҙатып, ут йотоп көтөп алыуҙар, уларҙы юғалтыу, ҡыҙының алмашынып ситтә үҫеүе, барыһы ла әсә йөрәгендә тәрән эҙ, яра һалғандыр. Фәриҙә апайҙың бала табыу йортонда тыуғас та, врачтар ғәйебе арҡаһында, ҡыҙын алмаштыралар. Ул йылдарҙы ут йотоп, төндәрен йоҡламай, кеше һүҙҙәренә иғтибар бирмәй, көс, сабырлыҡ менән үткәреүен Фәриҙә апай үҙе генә беләлер. Аллаға шөкөр, бөгөн ҡыҙы Рушана ире Мансур менән 5 малайға ғүмер биреп, Ҡырмыҫҡалы районы Подлуб мәктәбендә уҡытыусы булыш эшләй. Яйы сыҡҡан һайын килеп хәл белеп китәләр. Юбилярҙың өлкән улы Мәхмүт(1960) колхозыбыҙың алдынғы механизаторҙарының береһе. Ҡатыны Римма менән Ильнар һәм Илдар исемле ул үҫтерәләр. Хәмит улы (1962-1999) Һауа – десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп, милли көрәш буйынса бик күп ярыштар еңеүсеһе, бик йәшләй вафат булды. Өсөнсө улы Фәһим (1964) ҡатыны Роза менән Рифмир исемле ул һәм Розалия исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Үкенескә ҡаршы, 45 кенә йәшендә фажиғәле рәүештә вафат булды. Дүртенсе улы Камил (1965) ауылда туғандарына ярҙам итеп йәшәй. Улы Хөсәин (1968-2011) мәктәптә, колхозда эшләп йәшләй генә вафат булды. Ҡыҙы Ләйлә Стәрлетамаҡ һөнәрселек училищеһын тамамлап Ҡаҙморон ауылы егете Раил Ғәлимов менән ғаиләлә 3 бала (Марат, Рәмил, Лиана) тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Барыһыла ғаиләле. Рәмил бөтә республикаға билдәле көрәшсе. Ҡыҙы Наилә(1972) БДУ тамамлап Салауат ҡалаһында уҡытыусы булып эшләй. Тормош иптәше Әнүр Вәлиев менән ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙы Зифа (1974) Стәрлетамаҡ педагогия училищеһын, БДПУ тамамлап район мәғариф бүлегендә методист булып, бөгөнгә көндә 3 –сө һанлы Талбазы балалар баҡсаһын етәкләй. Улы Миңлеғәли (1976) Чечня һуғышы ветераны. Ҡаҙморон ауылы ҡыҙы Биканасова Гүзәлиә менән ғаилә ҡороп Юлдаш менән Азамат исемле улдар үҫтерәләр.
Фәриҙә апай бик һикәлтәле тормош юлы үтһә лә, яҙмышына зарланмай. Яҡындарының, туғандарының иҫән булыуына, ейәндәренең сәләмәт үҫеүҙәренә рәхмәтле. Яныңда, әсәй, өләсәй тип ҡайтып инер ғәзиздәре бар.
Хөрмәтле Фәриҙә Абдулла ҡыҙы! Һеҙҙе күркәм юбилейығыҙ менән тәбрикләйбеҙ, ҡоростай сәләмәтлек, күңел тыныслығы, аяҙ көндәр, бәхетле ҡартлыҡ теләйбез.

Источник: СПК Урал

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей