Мәсетле районында эшҡыуарлыҡҡа йомғаҡтар яһалды

Мәсетле районы эшҡыуарлығының 2021 йылғы эшмәкәрлегенә район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре һәм иҡтисади үҫеш буйынса урынбаҫары Илшат Хәсәнов йомғаҡ яһаны.
Эшҡыуарлыҡ район иҡтисады үҫешендә, халыҡтың тауар һәм хеҙмәттәр менән тәьмин ителеүҙә ихтыяждары ҡәнәғәтләндерелеүендә мөһим роль уйнай. Бәләкәй һәм урта предприятиелар, шәхси эшҡыуарҙар – ойошмаларҙың район әйләнешенең 28,8 процентын, тейәп оҙатылған тауарҙарҙың 35,6 процентын тәьмин итә. Райондың тулайым төбәк продуктында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары индергән өлөшө – 40 проценттан ашыу.
2022 йылдың 1 ғинуарына ҡарата, һалым инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының берҙәм реестрына индерелгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 492 берәмек тәшкил итә, шул иҫәптән 11 бәләкәй предприятие, ике урта, 479 микропредприятие. 2021 йылда район биләмәһендә 107 яңы эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән.
Махсус һалым режимын ҡулланған физик берәмектәр һаны “Һөнәри килемгә һалым” (үҙмәшғүлдәр) 511 берәмек тәшкил итә. Райондың бәләкәй һәм урта предприятиеларында мәшғүлдәрҙең уртаса исемлек иҫәбе – 2,3 мең кеше. Бәләкәй предприятие хеҙмәткәрҙәренең 25 проценттан ашыуы – райондың сауҙа тармағында, 40 проценттан ашыуы ауыл хужалығында мәшғүл.
2021 йылда Мәсетле районының тупланма бюджетына бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан һалым керемдәре 37,628 миллион һум тәшкил иткән (НДФЛ-ды иҫәпкә алмайынса).
Район хакимиәтенең эшҡыуарҙар менән хеҙмәттәшлеге “Эшҡыуар сәғәте” форматында бойомға ашырыла, 44 кәңәшмә уҙған, уның барышында 69 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һәм граждандарҙың мөрәжәғәттәре, шул иҫәптән 51 инвестиция проекты ҡаралған, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу буйынса 18 мәсьәлә тикшерелгән.
30 проект буйынса мөрәжәғәт иткән 69 ҡарар ҡабул ителгән һәм тамамланған, 21-е тормошҡа ашырылыу өҫтөндә.
“Эшҡыуарҙар сәғәте”нә мөрәжәғәт иткән өс ойошма – “Ҡуштау”, “Юлдаш” һәм “Тигранакерт” – ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын (СПоК) ойошторған, алты дәғүәсегә “Агростартап” программаһы буйынса грант ярҙамы күрһәтеү конкурсында ҡатнашыуға документтар әҙерләүҙә методик һәм консультация ярҙамы күрһәтелгән.
Эшҡыуарҙарҙың әүҙемлеге һөҙөмтәһендә 2021 йылда 34 инвестиция проекты ғәмәлгә ашырылған, инвестициялар күләме 104,1 миллион һум тәшкил иткән, 35 эш урыны булдырылған. Шул проекттарҙың 15-е ауыл хужалығы өлкәһендә, алтыһы – сауҙа, берәүһе – урман етештереү, дүрте – етештереү, етеһе хеҙмәттәр өлкәһендә.
2021 йылдың иң ҙур проекттары булып Оло Ыҡтамаҡ ауылында офис бинаһы (ШЭ С. А. Скрябин) һәм “Атлант” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы базаһында мал һәм ҡош салыу, беренсел эшкәртеү цехы, “Атлант” ауыл хужалығы ҡулланыусылар тәьминәт-һатыу кооперативы, шулай уҡ Ишәле ауылында икмәк-ҡалас изделиелары етештереү буйынса модулле мини-пекарня (ШЭ Ф. И. Тәхәүетдинова) иҫәпләнә.
Эшҡыуарҙар көсө менән район территорияһында һигеҙ эре инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Инвес-тицияларҙың дөйөм күләме 600 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Был – ағас эшкәртеүҙе ойоштороу, иген киптереү комплекстары, магазиндар төҙөү, стационар булмаған сауҙа объекттары ойоштороу.
2021 йылда район хакимиәте эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса муниципаль программаларҙы ҡушма финанслауға конкурста ҡатнашты, уның һөҙөмтәләре буйынса районға республика бюджетынан 1,410 миллион һум һәм Мәсетле районы бюджетынан 1,0 миллион һум аҡса бүленде.
Бизнесҡа ярҙам күрһәтеүҙең муниципаль сараларынан тыш, район эшҡыуарҙары бәләкәй бизнес микрокредит компанияһы хеҙмәттәре менән файҙалана, 2021 йылда уның менән ете эшҡыуар ҡулланған.
Халыҡ мәшғүллеге үҙәге аша яңы эш башлаған 17 эшҡыуар бизнес асыуға финанс ярҙамы алды.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында социаль эшҡыуарҙарға финанс ярҙамы күрһәтеүгә республика конкурсы уҙҙы, унда райондың ике предприятиеһы финанс ярҙамы алды.
78 ауыл хужалығы кооперативы БР Ауыл хужалығы министрлығы аша финанс ярҙамы алды, өс эшҡыуар – белем биреү программалары формаһында.
Фермерҙарға ярҙам һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуҙы арттырыу маҡсатында 2022 йылда бәләкәй хужалыҡ формаларына ярҙам күрһәтеү буйынса республика грант программаларында ҡатнашыу өсөн ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр – шәхси ярҙамсы хужалыҡтар һәм ауыл хужалығы өлкәһендәге эшҡыуарҙар иҫәбенән исемлек төҙөлгән.
Район эшҡыуарҙары хәйриә акцияларында, район хакимиәте, дини ойошмалар, ауыл биләмәләре хакимиәттәре ойошторған сараларҙа әүҙем ҡатнаша, үҙҙәре лә ойоштороусы һәм ирекмәндәр булып сығыш яһай.

Һылтанма: "Мәсетле тормошо" гәзите

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей