Мәсетле районында балыҡсылар бәйгеһе үтте

Яңы Мишәр ауылында Әй йылғаһы буйында ауылдаштар боҙ өҫтөндә "Балыҡ ҡап, боҙ өҫтөнә ялтырап ят! " балыҡ тотоусылар бәйгеһендә көс һынашты. Ҡатнашырға теләүселәр бихисап булды. Ауылыбыҙҙың иң оҫта балыҡсыларынан тыш, Ҡаранай, Сәлйоғот ауылдарынан бәйгеселәр килде. Ҡатын- ҡыҙҙар һәм балалар ҙа ихлас ҡатнашты. Бәйгеселәр уйған мәкегә балыҡ ҡармаҡларға ултырҙы. Әй буйҙарын иңләп уңайлы, тыныс урындарға урынлашты улар. Ә бына ҡатын-ҡыҙҙар самауыр ҡайнатып, уха бешерҙе. Аш та, сәй ҙә тәбиғәт ҡосағында бик тәмле булды."Иң ҙур балыҡ тотоусы" номинацияһында Ильдар Хафизов , "Иң күп балыҡ тотоусы" номинацияһында Ильдус Зиннуров, "Иң өлкән балыҡсы" номинацияһында Дамир Сәхәүетдинов, "Балыҡсы- ҡатын- ҡыҙ" номинацияһында Резеда Миндиярова, "Иң йәш балыҡсы" номинацияһында Илүзә Гайсина еңеүсе тип табылды. Барлыҡ ҡатнашыусылар һәм еңеүселәр төрлө бүләктәр менән бүләкләнде. Әммә иң мөһиме, ауылдаштар аралашып, ял итеп, файҙалы ял минуттары үткәрҙе.
Байрам төрлө спорт уйындары менән тамамланды!

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей