Мосолман кейеҙһеҙ булмаҫ

Фәүзиә Йосопова Үтәғол ауылында татыу һәм уңған ғаиләлә алтынсы бала булып доньяға килгән. Ағай-апайҙар араһында бик иркә, ныҡ оялсан, йомшаҡ күңелле булып уҫкән.Туғандары асылда барыһы ла көслө математик, ә Фәүзиә иһә бәләкәйҙән әҙәбиәт яратҡан. Китапҡа ҡыҙыҡһыныу, яратыу ата-әсәһенән киләлер, улар матбуғатка гел әүҙем яҙылған. Бәләкәй саҡтан өйҙәге китаптарҙы, “Ағиҙел” журналындағы хикәйәләрҙе йотлоғоп уҡый. «Күп уҡып күҙеңде боҙаһың бит”, тип әсәһе, яҡындары тыйһа ла, йәшереп кенә барыбер уҡыуын дауам итә.Тора-бара яратҡан яҙыусыларының портреттарын яһап, стенаға элеп ҡуйыр була. Ҡыҙҙың һүрәт төшөрөргә яратҡанын өйҙәгеләр генә белә. Унынсы класты тамамлағас, бухгалтер һөнәренә уҡый, 12 йәштән колхозда хисапсы эшендә эшләгән, үҙ эшен йәштән яҡшы белгән, талапсан атаһы янында практика үтә ҡыҙ. Диплом алғас иһә Фәүзиә профессияһын үҙгәртә - оҙаҡ йылдар Әлебай ауылында мәктәптә һәм интернатта тырыш һәм оҫта ашнаҡсы булып эшләй, аш-һыуҙы тәмле һәм файҙалы әҙерләү ҙә бик оҡшай уға. Ғаиләле булғас, Ҡужанаҡ ауылында төпләнәләр. Бында иһә ауылдаш ҡатын-ҡыҙҙар менән бергәләп һатыр өсөн шәл уртаһы бәйләү эшендә оҫтара йәш ҡатын. Күпләп бал ҡорто күсе тәрбиәләп, бал һатып та яҡшы табыш алалар. Алты йылдан һуң атай йорто буш тормаһын, тип Үтәғол ауылына күсеп йәшәй башлай ғаилә. 2015 йылда китапханаға эшкә инә. Ауыл китапханаһында

Фәүзиәгә тиклем үҙ эшен ихлас башҡарған Нәзирә Дәүләтбәкова һәм Зәриә Хужахмәтовалар эшләп киткәндән һуң бында ең һыҙғанып эшләй яңы китапханасы. Эшкә яуаплы ҡарарға ынтыла. Кешеләр менән даими осрашып, һуңғы йылдарҙа онлайн да тынғыһыҙ эшләргә тура килә. Һәр төрлө конкурстарҙа өҙлөкһөҙ ҡатнаша һәм йыш ҡына урындар яулай, Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була. Китапхана янында “Ағинәйҙәр” ойошмаһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләүҙәре дәрт бирә. Кейеҙ баҫыу эшен күптән өйрәнгеһе килә Фәүзиәнең, был шөғөлдө төрлө журналдарҙан уҡып, интернеттан ҡарап үҙаллы өйрәнә, аҙаҡтан, саҡырған ерҙәргә барып, үҙе кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрен үткәрә.Иҫәнғол ағинәйҙәренә лә был шөғөл серҙәрен өйрәтә. “Күңелем биҙәктәре” бәйгеһендә ике йыл рәттән ҡатнаша. Башҡортостандың 100 йәше айҡанлы ойошторолған сараларҙа күргәҙмә экспонаттар алып бара. Март айында Бөтә Донъя башҡорттары башҡарма комитетынан Рәхмәт хаты алып ҡыуанған, “Айыҡ ауыл” район бәйгеһендә лә үҙенең кейеҙ баҫыу эше презентацияһы менән өлөш индерә.

Кейеҙ – мосолман халыҡтарында борон-борондан дәрәжәле йорт ҡаралтыһы һаналған. Көн дә тотонола торған кейеҙҙәр ҡара, һорғолт йөндән баҫылһа, кәләшкә бирнәлеккә, йә ҙур ҡунаҡтар килгәндә түшәй торғаны аҡ йөндән, ҡайһы берҙәре төрлө ырыу тамғаларын һалып туҡылған. Кейеҙ тирмә ҡороуҙа алмаштырғыһыҙ ҡиммәтле материал ролен үтәгән. Практик яҡтан ғәйәт файҙалы әйбер булыуҙан тыш, кейеҙҙең дауалау көсө лә хазина. Кейеҙ ҡаты һыуыҡ алдырырғанда һыуыҡты үҙенә тартып, дауалаған. Йөрәк, тын юлдары, тире сирҙәрендә шифаһы һиҙелгән. Мосолмандар элек алыҫ юлға сыҡҡанда үҙе менән мотлаҡ йоҡа кейеҙ алған - уның менән ниндәй генә һауа торошонда ла тәбиғәттә йоҡларға тура килһә, үҙен һау, ышаныслы тойған. Хәҙерге

заманда ла ҡайһы бер райондарҙа кейеҙ балаҫтар һуғып, шуның менән халыҡҡа ла, үҙенә лә файҙа килтергән оҫталар бар. Бөгөн кибеттәрҙә төрлө сағыу буяуҙар, ептәр һатылһа ла, ысын һөнәрселәр үҙ кейеҙҙәрен боронғоса тәбиғи төҫөн һаҡлап баҫырға тырыша. Ейәнсура ерлегендә лә кейеҙ баҫыу оҫтаһы булыу һөйөндөрә, кем белә, бәлки, беҙҙә лә берәй ваҡыт махсус кейеҙ цехы ла асылыр. Экологик яҡтан таҙа кейеҙҙәргә һорау ҙур булыуы ихтимал. Фәүзиә Йосопова иһә үҙе теләге менән өйрәнгән шөғөлө серҙәрен ихлас бүлешеүе менән халыҡ араһында абруй ҡаҙана бара.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей