Мəңгелек Дан

Бөйөк Еңеүгə 75 йыл. Шундай ауыр һуғыш юлдарын, йылдарын үткəн атай-əсəйҙəргə рəхмəт һүҙҙəрен əйткем килə. Илебеҙҙе дошмандарҙан һаҡлап, фронтта фашистар менəн алышҡан атайымдың был донъянан китеүенə күп йылдар, күп һыуҙар аҡты инде. Əммə атайым тураһында күңелемдə йөрөткəн яҡты иҫтəлекте яҙып үтергə телəгем. Минең атайым Хəйбулла Ҡотлоəхмəт улы Фəйзуллин 1903 йылдың 4 апрелендə Көйөргəҙе районы Аҡһары ауылында тыуып үҫə. Уҡытыусы һөнəрен һайлап, Ырымбурҙағы «Ҡарауанһарай»ҙа асылған Башҡорт халыҡ мəғариф институтында уҡып сыға. Ул гармун, ҡурай, мандолина, скрипкала бик оҫта уйнай. Хеҙмəт юлын ауыр йылдарҙа уҡытыусы булып башлай. Яҡут, Бабалар, Шишмə, Ҡунаҡбай балаларына белем бирə, ауылдан ауылға йөрөп эшлəй. Һуғыш башланыу менəн уның бер туған ағаһы Абдулла Ҡотлоəхмəт улы ҡатынын һəм биш балаһын ҡалдырып, яуға китə. Лəкин тыуған яҡтарына ҡайтырға насип булмай уға. Сталинград ҡалаһы эргəһендəге ҡаты алыштарҙың береһендə батырҙарса һəлəк булды тигəн ҡара ҡағыҙы килə. Атайым ағаһының үлеп ҡалыуын ауыр кисерə. Военкоматҡа барып, һуғышҡа ебəреүҙəрен һорап ғариза яҙа, лəкин уны алмай, уҡытыусыларға “бронь” бирелгəн тип ҡайтаралар. Шулай бер нисə тапҡыр барғас, уҡыу йылы бөткəс алырбыҙ, тип ҡайтарып ебəрəлəр уны. 1942-се йылдың 3-сө апрелендə атайым һуғышҡа китə. Ул 7-се дивизияның 39-сы уҡсылар полкында хеҙмəт итə, фашистарҙы ҡыра, яраланып госпиталда ла ятып сыға. 1944 йылда ҡамауға элəгеп, контузия алып, пленда була. Лəкин һуғыш бөтөү менəн дə уны ҡайтармай, ҡаты тикшереү үткəрəлəр, шул йылдың көҙөндə генə тыуған ауылына ҡайтып етə. Еңеүҙең юбилей миҙалдары менəн бүлəклəнə. Башына снаряд ярсығы тейеп, контузияланғас, ҡолағы ишетмəй ҡуя, шуға уҡытыу эшен дауам итə алмай колхоз эштəренə бара. Ҡышын сана, саңғы яһап һунарға, мурҙа үреп яҙ булыу менəн балыҡҡа йөрөр ине. Умарта тотоп, ағастар ултырта ине атайым, ҡулынан килмəгəн эше булманы. Ауыр аслыҡлы йылдарҙы, һуғышты үткəреп, əсəйем Фəйзуллина Хəтифьямал Тимерғəли ҡыҙы менəн 11 бала тəрбиəлəп үҫтерəлəр. Əсəйем əле иҫəн, ул май айында 102 йəшен билдəлəй. Тормош иптəшемдең атаһы, минең ҡайным Тазетдинов Лотфрахман да һуғыш юлын үтə. Ул 1926 йылда Тимербай ауылында тыуып үҫə. Яу ҡырынан иҫəн ҡайтып, өйлəнеп, матур итеп йəшəп ятҡанда ҡатынын һəм 8 айлыҡ сабыйын йəтим итеп фəжиғəле үлеп китə. Ҡəйнəм Шəһиҙə Төхвəт ҡыҙы хеҙмəт ветераны, 16 йəшенəн тракторға ултырып, баҫыу-яланда эшлəй. Шундай көслө рухлы, сабыр булған атайыма, ҡайныма, һуғыш яланында ятып ҡалған Абдулла бабайыма; алабута ашап, асҡа-туҡ булып, колхозға эшлəгəн əсəйемə, ҡəйнəм Шəһиҙəгə, һуғыш ваҡытында 5 балаһын да һаҡлап ҡалған Хəмдиə инəйем рухтарына бағышланған рəхмəт һүҙҙəремде еткерəм. Улар беҙҙең яҡты бəхетле килəсəк өсөн йəн аямай, һуғышҡандар, эшлəгəндəр һəм ауыр ваҡыттарҙы еңеп сыҡҡандар. Быны онотоу мөмкин түгел, беҙҙең хəтерҙə улар мəңге һаҡланыр. Һуғыш михнəттəрен кисергəн атайҙарға мең рəхмəт! Рəүилə ТАЗЕТДИНОВА, Ермолаево ауылы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей