Милли кейемдәр кейеп, көйәнтәгә аҫып

Милли кейемдәр кейеп, көйәнтәгә аҫып 

Көндәр һыуытып, ҡар ятҡас, ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре, һуғым һуйыу кеүек күмәк башҡарылған эштәр башлана. Бергәләп тотонғас, был мәшәҡәтле эштәр күңелле һәм ырамлы үтә. 

Мәҫәлән, Ҡарағол ауылы ағинәйҙәре аҙна һайын бер-береһенә ҡаҙ өмәһенә йөрөй. 

– Ҡар яумаҫ элек, ауылдашыбыҙ Наилә Ханова ағинәйҙәрҙе ҡаҙ өмәһенә саҡырҙы. Күмәкләшеп һуйылған ҡаҙҙарҙы йолҡоп, милли кейемдәр кейеп, ҡош түшкәләрен көйәнтәгә аҫып, шишмәгә йыуырға төштөләр. Һәр аҙнаның ял көндәрендә улар бер-береһенә ярҙамлаша. Ҡаҙҙар һуйылып бөткәс, хәҙер һуғымдар башланды, – тип хәбәр итте беҙгә Ҡарағол ауылының баш ағинәйе Рәфилә Мусина. 

Ҡаҙ өмәһендә Рузида Ҡасимова, Гөлсибәр Ханова, Гөлзимә Сәләхова, Роза Сәғитова, Сажидә Исламғолова һәм Фәрзәнә Сәғитова ҡатнашты. Улар хужабикә Наилә Ханованың ун биш ҡаҙын тиҙ арала эшкәртешеп бирҙе. 

Ауылдарҙа боронғо йолаларҙың әле лә һаҡланыуы ҡыуандыра. Өләсәйҙәребеҙ уны быуындан-быуынға тапшырып килә. 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей