Малсылыҡ - төп килем

Малсылыҡ - төп килем

Ауыл халҡын ерһеҙ, малһыҙ, ҡош-ҡортһоҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Борон-борондан халҡыбыҙ ер эшкәртеп, мал аҫрап көн иткән. Шулай ҙа бер осор халыҡ малын бөтөрҙө. Малын бөтөрҙө лә, аҙаҡ баҙап ҡалды. Кемеһе эшһеҙ, кемеһе ашһыҙ йонсой башланы. Ә бына сәләхтәр мал көсө менән донъя көтә, балалар уҡыта. Сөнки малсылыҡ - башҡорт халҡының иң төп кәсептәренең береһе. Мал көсө эштә файҙаланылһа, ите, ағы аш-һыу булараҡ ҡулланыла. Сәләхтә йылҡысылыҡ менән дә күптән шөғөлләнәләр. Иң күп йылҡы тотоусыларҙың береһе - Айбулат Иҫәнбаев. Бөгөн уның хужалығында 20 баш йылҡы иҫәпләнә. Ошо ауылда тыуып үҫкән уҙаман Юлдыбайҙың данлыҡлы һөнәрселек училищеһын тамамлай, байтаҡ йылдар ауыл хужалығы өлкәһендә эшләй. "Һабыр" совхозы тарҡалғас, бар көсөн шәхси хужалыҡҡа һала, йылҡысылыҡты киңәйтеп, умартасылыҡҡа ла тотона. - Ауылда йәшәп тә, мал тотмағас, уның ни ҡыҙығы ла, ни йәме. Йылына бер нисә баш йылҡыны һуйып һатһаң, аҡсаһы ла була, - ти алты бала атаһы. Ысынлап та, Сәләх йылҡыһы итен тәмле тип, сал ҡылғанлы Хәйбулла, Әбйәлил яҡтарынан да килеп алалар икән. Таҙа ерҙә, таҙа үлән ашап, таҙа, саф ҡоҙоҡ һыуын ғына эсеп үҫкән малдың ите татлы була шул.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей