Мал ҡышлатыуҙың иң ауыр мәле

Ҡыш – ауыл хужалығы өсөн иң яуаплы миҙгелдәрҙең береһе, сөнки мал ҡышлатыу миҙгелен ойошҡанлыҡ менән атҡарыу, яңы тыуған быҙауҡайҙарҙы имен-һау үҫтереү, һөт һауыуҙы кәметмәү, яҙға имен аяҡ баҫыу – һәр хужалыҡтың төп бурысы. Быларға өҫтәп, мал һанын кәметмәү маҡсаты ла ҡуйылған.
Бөгөнгө көнгә район буйынса валовый күрһәткес 627 тонна һөт һауылып, бренсе сорт менән дәүләткә оҙатыла.
Йәмғиәте сикләнгән Йондоҙ хужалығында, һыйырҙарҙың күпләп быҙаулау осоро башланған, тимәк, һөт етештереү ҙә артасаҡ тигән һүҙ.
 "Бөгөн беҙҙең төп бурыс – булған мал һанын кәметмәй, имен-һау ҡыш сығыу", – ти хужалыҡ эшсәндәре.
Яҡшы сифатлы продукция алыу һәм мал башын арттырыуҙан башҡа, тәү сиратта, фермаларҙа йылылыҡты тотоу, малдарҙы сифатлы аҙыҡ менән тәъмин итеү. Ҙур иғтибар яңы тыуған быҙауҙарға бүленә.  
Бөгөнгө көндә Йондоҙ хужалығының һөтсөлөк фермаһында  360 һыйыр малы аҫрала, һәм Көршәле ауылында урынлашҡан фермала 180 баш йәш мал һанала. Әлегә һәүкәштәрҙең 51 проценты быҙаулаған.
Бөгөнгө көндә Йондоҙ йәмғиәте сикләнгән ойошмала һәр баш һыйырҙан яҡынса 7 кг һөт һауыла. Хужалыҡта барыһы 56 кеше эшләй. Уңғандар уҫал ҡыш миҙгеленең ниндәй генә һалҡын көндәре булмаһын көн һайын эшкә сыға. Уларҙың төп бурысы ойошҡанлыҡ менән яуаплы миҙгелде юлғалтыуҙарһыҙ, уңышлы сығыу. 
Мәсетле мәғлүмәт –консультация үҙәге һөҙөмтәләренән, район фермаларында мал ҡышлатыу осоро ойошҡан рәүештә бара.Һалҡын ҡышҡы дәүерҙә эшсәндәр малдарға ныҡ иғтибарлы ҡарашта. Малсылар әйтеүенсә, февраль, март айҙары мал ҡышлатыуҙың иң ауыр мәле, тип һанала.

Рита Вәлиева

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей