Мал бағып, табыш алып...

Байымбәт ауылында эш юҡлыҡҡа һылтанмай, күпләп мал аҫрап, ғаилә бюджетын тулыландырып йәшәүсе уңғандар бихисап. Ундайҙарҙың ихатаһына барып инеү менән ялан кәртә тулып йөрөгән мал-тыуар күҙгә салына.

Бөгөнгө яҙмабыҙ шундай уңғандарҙың береһе – ишле мал бағып, үҙҙәренән артҡанын йәрминкә-баҙарға сығарып, малдан, ҡош-ҡорттан килгән килем иҫәбенә йәшәүсе Светлана һәм Хәниф Ғәлиндар хаҡында.
Район үҙәгендә уҙған ауыл хужалығы йәрминкәләрендә йорт хужабикәһе Светлана Ғәлинаны йыш осратырға мөмкин. Уларҙың экологик йәһәттән таҙа продукттары ҙур һорау менән файҙаланыла, күптән һатып алыусы үҙ клиенттары ла барлыҡҡа килгән. Әлеге мәлдә һөттө ауылдағы сауҙа нөктәһенә тапшырһалар, шулай уҡ Красноусол баҙарында таныштары аша ла һатыуға сығаралар.
Светлана Хәмит ҡыҙы үҙе Ауырғазы районы Исмәғил ауылынан. Бухгалтерҙар курсын тамамлаған, тегенсе булып эшләгән. 1989 йылда Байымбәт ауылы егете Хәниф Рәхимйән улы менән ғаилә ҡорғас, бер нисә йыл ситтә йәшәп алалар. Артабан ғаилә башлығының тыуған ауылына ҡайтып төпләнеп, өс тиҫтә йыл инде бында ғүмер итәләр. Х.Ғәлин “Ағиҙел” колхозында зоотехник, хужабикә мәктәптә йыйыштырыу-сы, тиҫтә йылдан ашыу колхозда сөгөлдөрсө булып эшләгән. Әммә колхоз бөтөүгә дусар була һәм эшһеҙ ҡалған Ғәлиндар шәхси хужалыҡта эшләп тә табыш алып булыуын аңлап, ихаталағы малын ишәйтергә уйлаша. Ауылда йәшәй башлағанда бер һыйыр тотһалар, тора-бара икәү итәләр, хәҙер уларҙың шәхси ярҙамсы хужалығында һыйыр малдары башмаҡтары менән 20 башҡа еткән. Шуның 8 башы һимертеүгә ҡуйылған. Нигеҙҙә ҡара-сыбар тоҡомло малдар аҫрала, араларында бер ике баш симменталь тоҡомлолары ла бар. Хужабикә 9 һыйыр һауа. Һыйырҙарҙы ҡул менән һауыуҙың ни тиклем ауыр булыуын аңлап эш иткән ғаиләлә күптән түгел хәстәрләнгән һауыу аппараты менән эште еңелләштерергә иҫәптәре. Һыйырҙары быҙаулай башлаған.
Уңған ғаилә ҡош-ҡорттан да өҙөлмәй икән. Уларҙың хужалығында айырыуса йәй көнө йәнлелек хөкөм һөрә: бер яҡта һыйырҙары мөңрәшһә, икенсе яҡта эре малдарына өҫтәп һатып алынған 100-әр ҡаҙ бәпкәләре һәм шунса уҡ бройлер себештәре бер ихата булып, гөр килә, көҙгә иһә улары ла иткә әйләнә. Шулай итеп, ҡош-ҡорт, һыйыр ите, шулай уҡ тиҫтәгә яҡын һыйырҙан һауып алынған һөт, унан етештерелгән ҡаймаҡ, эремсек һәм башҡаһы йыл әйләнәһенә килем килтерә. Шул тиклем малды тәрбиәләү күпме тырышлыҡ, тилберлек, көс талап итә – уның еңелдән булмауын үҙҙәре генә белә.
Ишле малға аҙығы ла мул кәрәк. Малдарын ҡышлатып сығарыу өсөн аҙыҡ етерлек тупланған: йыл да 300-350-шәр төргәк бесән әҙерләйҙәр. Ташыу өсөн техникалары үҙҙәренеке, малдан килгән аҡсаға “Т-40” тракторы һатып алғандар, әммә әлегә бесән сапҡыс-йыйғысты хәстәрләмәгәндәр, быларын күрше ауылдан яллайҙар. Баҡсалары артында мал көтөүлеге өсөн 10 гектар ер бүлеп алғандар. Әлбиттә, һыйырҙың һөтө - телендә, тигәндәй, һыйырҙарҙы рациональ туйындырмай тороп, мул һөт алып та, малҡайҙарҙы бесән менән генә һимертеп тә булмай.
- Мал аҫрағас, уларҙы һимертеү өсөн фуражы ла, ҡатнаш аҙығы ла кәрәк, ә ул осһоҙҙан түгел, - ти ғаилә башлығы.
-Колхоздар тарҡалып, эшһеҙлек хөкөм һөргән заманда үҙ-үҙеңде туйындырырға ҡайҙандыр килем сығанағы табырға кәрәк бит. Ауылда йәшәп тә, мал аҫрамай, эшһеҙ тороп буламы ни инде, шул малдан килгән табыш иҫәбенә йәшәйбеҙ ҙә инде, - ти улар.
Ғәлиндарға трактор, “Лада-Калина” еңел автомашинаһын һатып алыуҙа тап мал аҡсаһы ярҙамға килгән дә инде.
Бесән әҙерләүҙә һәм малдарҙы тәрбиәләшеүҙә улдары Илдар - алыштырғыһыҙ ярҙамсылары. Ул Бурлы ауыл Советы депутаты, Байымбәт ауыл клубы мөдире булып эшләй. Әүҙемлеге менән айырылған егет ауылдағы, шулай уҡ биләмәләге барлыҡ эштәрҙең уртаһында ҡайнай. Модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын урынлаштырыуҙа, "Яҡты күл" коммерциялы булмаған ойош-ма төҙөп, яуҙа һәләк булған ауылдаштары иҫтәлегенә обелиск төҙөүҙә башлап йөрөп, эшләүселәрҙең береһе, әлеге мәлдә Ҡормантау ауылында балалар һәм спорт майҙансығы төҙөү менән мәшғүлдәр. Әйткәндәй, күптән түгел Бурлы ауыл биләмәһендә уҙған отчёт йыйылышында Илдар Хәниф улын район Советының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнеләр.
Ғәлиндарҙың өлкән балалары - ҡыҙҙары Илмира Өфөлә йәшәй, кейәүҙәре Нәзиф менән Самира исемле 3 йәшлек ҡыҙ һәм 10 айлыҡ улдары Рөстәмде үҫтерәләр. Ике бүлмәле үҙ фатирҙары менән йәшәйҙәр.
Ғәлиндар әйтмешләй, ауылда эшһеҙ тороу мөмкин түгел. Йыбанмай эшләргә генә кәрәк. Эшең күп булып, ҡара тирең күберәк аҡҡан һайын донъяң да етешерәк, йәшәүе лә күңеллерәк.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей