Лайыҡлыларға - наградалар
Ошо көндәрҙә муниципаль район хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә бер төркөм ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә юғары наградалар тапшырылды.
Агросәнәғәт комплексы системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн «Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге» федераль бюджет учреждениеһы филиалының Ишембай районы бүлеге начальнигы Илшат Әхмәтйәновҡа, “Ишембай мәғлүмәт консультация үҙәге” муниципаль бюджет учреждениеһының баш агрономы Фәүзиә Ғилмановаға, шәхси эшҡыуар, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Фәнис Зөбәйеровҡа, «Едих Евгений Викторович» крәҫтиән-фермер хужалығының баш зоотехнигы Ғәлим Хәйбуллинға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде.
Юғары наградаға лайыҡ булыусыларҙың береһе Фәнис Зөбәйеров былтыр Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығының “Агростартап” грантына лайыҡ булғайны. “Агростартап” гранты “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектының “Фермерҙарға ярҙам системаһы булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты сиктәрендә финанслана. Бер йыл элек Верхотор ауылы быуаһында балыҡ үрсетеү тармағын үҫтереү теләге менән яна башлай. Ошо ерҙе барып ҡарай. Туҙған ҡоролмаларҙы тергеҙергә ҡарар итә. 28 гектар ерҙе 49 йылға ҡуртымға алып, күп төрлө балыҡтарҙы ла үрсетерә лә башлай. Крәҫтиән-фермер хужалығы башлығының киләсәккә ниәттәре ҙур.