Күҙҙəренəн һиҙə

- Шулай итеп, апайға 45-тə булып киткəн икəн! - ишектəн кереү менəн ошолай һөрəнлəнек. Беҙ килгəн йорт ҙур, ҡарағай бүрəнəлəре шығырлап тора, тауышыбыҙ əллə ҡайҙарға тиклем яңғырап китте.

- Миңə 55 була ла ул, - Əлфиə апай   Хəйбуллина шаяртыуыбыҙҙы төшөнөп етмəне шикелле, етди яуап бирҙе. Хужабикəнең ысын йəшен белһəк тə, беҙ шаҡ ҡаттыҡ. Ысынлап та, алдыбыҙҙа əле төҫ ташлап та өлгөрмəгəн һылыу ханым йүгереп йөрөй. Уға нисек илле биште бирмəк кəрəк. Əле ҡырҡ биш тиергə лə тел əйлəнмəй тора.

Һаман да матурҙар, һаман да матур  пар  тигəн  кеүек,  Əлфиə  апай тормош иптəше Əҡсəн ағай менəн игеҙəктəр  кеүек.  Төҫ  баштары  ла, холҡ-фиғелдəре лə оҡшаш. Улар бала саҡтан бергəлəр. Мəктəптə лə паралель класта бергə уҡығандар.

- Элек бер класта 40-лап бала уҡый торғайныҡ. Хатта бер партала 3-əр бала ултырған саҡтар булды. Интернатта йəшəгəндə ике кеше бер карауатта ятып йоҡлап та йөрөнөк. Бер ғаилəнəн өсəр бала, əсəй бер аҙналыҡ икмəк бешереп ебəрə, шуны ашханала үлсəйҙəр ҙə, һаҡларға һалып ҡуялар. Ситтəрен сысҡан ашап бөтһə лə, бер нимə лə булмай торғайны. Хəҙер саҡ ҡына ҡул бысранһа ла оло ҡауға сыға, - тип һөйлəп алды Əҡсəн ағай йəш саҡтарын иҫкə төшөрөп.

Һөнəри оҫталығы һəм тəжрибəһе өсөн Əлфиə ханым ауыл халҡы һəм коллегалары араһында ихтирам яулаған. Ул Абдул территорияһына ҡараған ауылдарҙа мал санитары булып эшлəй. Тиҫтəлəгəн ауыл малдарын хеҙмəтлəндерергə тура килə уңа: Яҡшымбəт, Абдул, Яҡуп, Санйын, Түкəн, Кинйəабыҙ, Ҡарай, Тимербай,  Түкəн  хужалығы.  Шул ауылдарҙағы барлыҡ шəхси малдар өсөн бына ошо сибəр ханым яуаплы. Бер үҙе генə түгел инде, янында йəнə ярҙамсылары бар. 

- Элек мəктəптəн һуң ҡайҙа уҡырға барыу тураһында бик уйлап та етмəй инек. Бер апай беҙҙе Кушнарен ауыл хужалығы техникумына барырға ҡотортто. Беҙ өс ҡыҙ шунда киттек. Хужалыҡтан йүнəлтмə менəн барғас, уҡып бөткəс аҙаҡ кире үҙебеҙгə эшкə ҡайттыҡ, - ти Əлфиə ханым.

Ауырыуҙарҙы иҫкəртеү һəм дауалау буйынса консультациялар үткəреү, хайуандарға ярҙам күрһəтеү, малдарҙың  сирҙəре  хаҡында  журналдарға  теркəп,  медикаменттарҙы иҫəплəп барыу һəм иҫəптəн сығарыу журналдарын теүəл алып барыу – былар бөтəһе лə уның көндəлек эше.

Əлфиə Байрамғəли ҡыҙының диспетчер, кассир, бухгалтер булып эшлəгəн  хеҙмəт  стажы 30 йылдан ашыу, ə ветеринар өлкəһендə ул биш йыл хеҙмəт итə. Нескə күңелле  ханым малдарҙың һəр ауырыуын көйшəүҙəренəн белə,  уларҙың күҙҙəренəн кəйефтəрен һиҙеп тора.

-  Йылына бер йортҡа ете-һигеҙ тапҡыр кереп сығабыҙ. Һəр ауылда халыҡтың ғына түгел, малдарҙың да холҡо төрлөсə. Беҙ барыһын да белеп бөткəнбеҙ инде. Ихлас итеп көтөп торғандары  ла,  йөҙҙəре  боҙолғандар ҙа була. Эште еңел ҡуллы кешелəрҙəн  башларға тырышабыҙ. Эшлəнелгəн хеҙмəттəр өсөн  аҡса түлəргə  телəмəгəндəр  ҙə  етерлек.Йылына бер тапҡыр түлəргə тейештəр, ул аҡса бер тапҡыр магазинға барырға ла етмəйҙер əле. Был аҡсалар барыһы ла касса апараты аша үтə, отчеттар алып барыла.

- Һеҙ гел иҫəп-хисапта эшлəгəнегеҙ, элекке ваҡыт менəн хəҙергене сағыштырғанда ниндəй айырма бар, халыҡтың хəле нисек?

- Элек ас ултырған кеше булманы, аҡсаһыҙ ҙа булманылар. Иң мөһиме кешелə тыныслыҡ булды. Сөнки, иртəгелек  көнгə  ышаныслы  йəшəй инек,  эш  хаҡын  ваҡытында  биреп торҙолар. Хəҙер йорт һайын халыҡ кредит түлəй, ипотекаға кергəн балаларына ярҙам итергə тырыша. Ошо түлəүҙе уйлап ҡайғыра, тыныслыҡтары ла юҡ.

- Һуңғы ваҡытта малдар һаны кəмеү һиҙелəме?

- Һуңғы йылдарҙа мал һаны ныҡ кəмене тип əйтмəҫ инем. Мəҫəлəн, яҡынса Санйында 200 баш мал, Тимербайҙа 300 баш, Абдул, Яҡупта 380-шəр мал, Яҡшымбəттə шəхси хужалыҡта 1200 баш мал тоталар.

Əлфиə ханым үҙ һөнəренең оҫтаһы ғына түгел, уңған хужабикə, ашһыу оҫтаһы, яҡшы ҡатын, ике балаға өлгөлө əсəй ҙə. Улдары Айрат Күмертау авиация техникумында белем алғас, кəлəш алып, Ырымбурҙа Газпром системаһында эшлəп йөрөй. Ҡыҙҙары Илүзə кейəүе менəн Ермолаевола йəшəй, район хакииəтендə эшлəй.

Əлфиə апай менəн Əҡсəн ағай 31 йыл бергə ғүмер кисерəлəр. Əгəр ҙə йəшлегегеҙгə кире ҡайтһағыҙ, нимə үҙгəртер инегеҙ, тигəн һорауға улар бер тауыштан: ”Бер нимə лə үҙгəрт-мəҫ инек, беҙ ер кешелəре, ағас өй еҫен еҫкəп иркен һулап йəшəүгə ни етə”, - тип яуап ҡайтарҙылар.

- Коллективығыҙҙа гел ирҙəр, Əҡсəн ағай һеҙҙе көнлəшмəйме, тип мəрəкəлəйбеҙ.

Юҡ, Аллаға шөкөр, аңлай. Бер-береңде аңламаһаң, донъя көтөп булалыр шул? Һуңға хəтлем эшлəгəн саҡтарҙа ҡайтыуыма өҫтəл дə əҙерлəп ҡуя əле. Коллективымдан уңдым. Намыҫлы кешелəр менəн эшлəйем. Участка етəксебеҙ Салауат Бикмаев бик талапсан, аңлатыу эштəрен дə ябай итеп алып бара. Бындай етəксе һəм коллективым булғанда эшлəүе еңел, - тип бəхетле йылмая Əлфиə Хəйбуллина.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей