Күпте күргән, күпте кисергән

1941-1945 йылдарҙа булған ҡанлы ваҡиғалар көндән-көн алыҫ лаша бара, ә бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән малай-ҡыҙҙар күптән инде сал сәсле инәй-бабайҙар ҡорона ингән. Сабый саҡтан тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп күреп, күпме ыҙалар аша үткәнгәме, улар тормош ауырлығына зарланмай, барына шөкөр итеп йәшәй. Шундайҙарҙың береһе Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Райхана Нурмөхәмәт ҡыҙы Ғәбиҙуллина.

Ауылда төп етештереүсе көс булған ир-ат тәүге көндәрҙән үк фронтҡа алына. Мәкерле дошманға ҡаршы үлемесле алышҡа сыҡҡан ағай-энеләрен, ирҙәрен, атайҙарын алмаштырып, хеҙмәт вахтаһына ҡатын-ҡыҙ, балалар баҫа.
Шулай итеп, ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, ауыл йәштәре һәм уҡыусы балалар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында колхозда төп көскә әйләнә, фиҙаҡәр хеҙмәте менән улар Тыуған илгә сикһеҙ тоғролоҡтарын күрһәтә, иңдәренә көс еткеһеҙ ҡыйынлыҡтар төшөүенә ҡарамаҫтан, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Һуғыш ауырлығын фронттағы яугирҙәр генә түгел, ә тылда ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар, бала-саға ла, өлкән йәштәге ҡарттар ҙа күргән. Уларҙың яҙмышы тураһын да киләсәк быуынға еткерергә тейешбеҙ. Әгәр ундай кешеләр булмаһа, беҙ ошо матур, яҡты көндәрҙе күрер инекме?
- Һуғыш башланғанда миңә нибары һигеҙ йәш була. Атайым өсөн һуғыш 1939 йылда уҡ башлана. Беҙҙең атайҙарҙы Алкинға мылтыҡтан атырға өйрәтергә алып китәләр ине. Шунан һуғыштың тәүге көнөнән үк фронтҡа алынды. Атайым һуғышҡа киткәс, әсәйем бер үҙе биш бала менән тороп ҡалды. Шөкөр, ауырлыҡтарға бирешмәнек, йәшәргә тырыштыҡ. Заманалар бик ауырлашты. Өйҙә һыуыҡ, яғырға утын, тамаҡҡа аҙыҡ, өҫкә кейем юҡ... Иртән торабыҙ ҙа тышҡа күҙ һалыр өсөн тәҙрәне ҡырабыҙ. Беҙгә яҡын ауыл Советы бинаһы ҡаршыһында ағас өйҙә мәктәп урынлашҡан ине. Класта һыуыҡ, көнөнә бер мәртәбә генә яғалар. Кейенеп ултырабыҙ, бер-ике сәғәт уҡыталар ҙа ҡайтарып ебәрәләр. Шулай ҙа белем алырға тырыштыҡ. Уҡыусыларға яҙырға дәфтәр, ҡара, уҡырға китап юҡ. Гәзит, бланк ҡағыҙҙарын алып ҡайтып, бергә йыйып тегеп ҡуябыҙ ҙа шуларҙың аҡ ерҙәренә яҙабыҙ. Шунан әсәйем беҙгә ҡоромға көнбағыш майы ҡушып ҡара яһап бирҙе. Тағы әллә одеколон, әллә нимәлер ҡушты инде, уныһын иҫләмәйем. Ҡаҙ ҡанатынан алынған ҡауырһынды ручка урынына ҡуллана инек. Мәктәптә өс класс уҡыныҡ. 3-сө класҡа тиклем исемен иҫләмәйем, Шинаева фамилиялы апай уҡытты. Унан һуң Мәрйәм апай Саттарова белем бирҙе. Дәрестәрҙән һуң баҫыуға эшкә алып китәләр. Колхоз баҫыуына утауға йөрөнөк. Беҙ, 10-11 йәшлек балалар, колхоздың иң ҙур эшселәре инек. Ике-өс смена эшләйбеҙ. Игенде ураҡ менән урабыҙ, көс етмәй. Ул ваҡытта ҡайҙа ул комбайн? Ат егеп, сапҡыс менән сабалар. Шунан беҙ көлтә бәйләйбеҙ. Көлтәләр үҙебеҙҙәй ҙур була, уларҙы күтәрерлек тә хәлебеҙ ҡалмай. Дүрт көлтәне бер-береһенә терәп ҡуялар ҙа бишенсеһен ямғырға һыуланып башаҡтары шытмаһын өсөн дүрт көлтәнең башынан ҡаплап ҡуялар. Кискелеккә көлтәне елгәрергә барабыҙ, төнгө сәғәт ун икегә тиклем эшләй беҙ. Өлкәндәр көлтәләрҙе ысҡындырып биреп торалар, ә беҙ елгәргестә елгәрәбеҙ. Һуңынан электр утында елгәртә торған ҡоролма алып ҡайттылар. Колхоз келәтенән баҫыуҙа сәсер өсөн иген ташыныҡ. Балаларға 8-шәр, ә әсәйҙәргә 16-шар килограмм эләгә ине. Баҫыуҙы һөрөргә аттар юҡ, булған аттарҙы фронтҡа алып киттеләр. Тәүҙә баҫыуҙы көрәк менән ҡаҙыйҙар ине. Улай итеп күпме генә ер үтәһең инде. Шунан кемдең һыйыры бар, шулар һыйырҙарын, үгеҙҙәрен егеп һабан һөрәбеҙ, ер тырматабыҙ. Шулай итеп ер эшен еңеп сыҡтыҡ.
Ул йылдарҙағы үҙәккә үткән аслыҡты ғүмерҙә лә оноторлоҡ түгел, бигерәк тә шул аслыҡты кисергән кешеләр өсөн. Яҙға сыҡҡас, баҫыуға барып серек бәрәңге йыябыҙ. Аяҡта кирза итек. Йылға аша ололар беҙҙе күтәреп алып сығалар. Шунан ер өҫтөнән биҙрәләргә серек бәрәңге тултырабыҙ. Бысраҡ бәрәңге менән биҙрә тулғас, күтәрергә көс етмәй, йылға буйына биҙрәне һөйрәтеп алып барабыҙ. Икенсе ярға сыҡҡансы һыуыҡ һыуҙа бәрәңгене батҡаҡтан таҙартып йыуабыҙ. Өйгә алып ҡайтҡас, уны иретеп, әрсейбеҙ. Шунан ике кеше бәрәңгене төйә, ваҡ иләк аша иләйҙәр ҙә, тағы төйәләр, шулай итеп он яһайҙар. Күршеләр менән бергәләп эшләй торғайныҡ. Шул ондан әсәйем күмәс – ләпләмә бешерә торғайны. Уға йыр ҙа сығарып бөттөләр.
Эй, ләпләмә, ләпләмә,
Бигерәк тәмле ләпләмә.
Ләпләмәне аша тиһәң,
Йөрәктәрем дәртләнә,- тип йырлап йөрөй торғайныҡ.
Ҡар әрселеү менән халыҡ аяҡ аҫтында ятҡан ашамлыҡҡа – үләнгә күсте. Ашамаған үлән ҡалманы инде. Хатта сөгөлдөр япрағын кәбеҫтә менән бутап ашай инек, бик тә тәмле була торғайны. Яланда йыуа, кәзә һаҡалы, ҡаҡы йыйып алып ҡайтабыҙ. Уларҙы әсәйем ваҡ ҡына итеп турап, йомортҡа менән ҡушып бешереп бирә. Колхозға бесәнгә йөрөгәндә хеҙмәт хаҡына ҡалаҡлап он бирәләр. Әсәйемә, апайыма һәм миңә алты ағас ҡалаҡ менән он ҡайта. Аҙаҡ шул ондан әсәйем ыумас бешереп ашата ине. Беҙҙең һуғыш ваҡытында күргән ауырлыҡтар менән сағыштырғанда бөгөнгө замана алтынға тиң. Иң мөһиме тыныслыҡ булһын, табындарҙан ризыҡ өҙөлмәһен. Бөгөнгө көндә магазин тулы ризыҡ, ялтырауыҡлы кейем-һалым. Йәнең ни теләй, шуны ашайһың, шуны кейәһең. Утын менән өй йылытырға ла түгел. Бына өйҙә ниндәй йылылыҡ бөркөп тора. Аллаға шөкөр, хөкүмәтебеҙ пенсияһын да бирә. Ә бит беҙҙең атай-әсәйҙәр пенсия ла күрмәне. Ул ваҡытта пенсия булманы.
Шулай, атайым 1942 йылдың йәмле яҙ миҙгелендә һуғыштан беренсе төркөм инвалиды булып ҡайтты. Ҡояшлы матур май айында аяғына быйма, өҫтөнә фуфайка кейеп, таяҡҡа таянған ҡайтып килә. Иң мөһиме - тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Һуғыштан ҡайтып бер аҙ арыуланғас, атайымды колхоздың ревизия комиссияһы рәйесе итеп ҡуйҙылар.
Урындағы мәктәптә һигеҙенсе класты тамамлағандан һуң, Өфө ҡалаһындағы китапхана техникумына документ тапшырырға киттем. Документтарҙы тапшырғас, Өфө буйлап йөрөп ҡайтырға уйланым һәм ҡала үҙәгенә юл тоттом. Шунда бер ерҙә оҙон сират бар ине, нимәгә ундай сират булыуын һорап тороу юҡ, кешеләр торғас, мин дә барып баҫтым. Оҙаҡ ҡына торғас, бер нисә кеше ҡалдыҡ. Бина эсенә индермәйҙәр, тәҙрәле ишектән кешеләр ҡағыҙ күтәрәләр ҙә сығалар. Шул саҡ алда торған бер татар кешеһенән һорай ҡуйҙым. Ҡапҡанан алып ҙур сират үтеп килдең, нимәгә торғаныңды ла белмәйһеңме ни, ти был. Юҡ, кеше торғас, мин дә баҫтым, тип яуапланым. Баҡтиһәң, кейем фабрикаһына эшселәр алалар икән. Бер ниндәй ҙә документым булмаһа ла, аҙаҡ килтерерһең, тип анализ тапшырырға ҡағыҙ тоттороп ҡайтарҙылар. Өйҙә атай-әсәйемә әйтеү юҡ. Документтарымды теүәлләп алдым да фабрикаға эшкә урынлашырға барҙым. Унда өс сменала эшләргә кәрәк ине. Мине бәлиғ бала булараҡ, бер сменала эшләргә ҡуштылар. Мин үтектә эшләнем, унда аҡсаһы ла ярайһы ғына булды. Үтектәрҙең дә төрлө үлсәмлеһе бар ине. Тәүҙә 2 килограмлы аҙаҡ 4 килограмлы үтек бирҙеләр. Һуңынан 7 килограмлы үтек менән эшләнем. Үҙе ауыр, уны ике ҡуллап күтәрәм, хеҙмәттәштәрем аптырап ҡарайҙар. Аҙаҡ пресс машинаһы алып ҡайттылар. Шунан эш бер аҙ еңеләйҙе.
Атайым беренсе төркөм инвалиды, ә әсәйем йөрәк сире менән ауырығас, ауылға эшкә ҡайтырға мәжбүр булдым. 1955 йылдан Ҡырмыҫҡалы ауылындағы тегеү оҫтаханаһына эшкә күстем. Унда хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләнем. Әйткәндәй, башҡа тегенселәрҙә аяҡ теген машинаһы, ә миндә ҡул машинаһы ине. Шуға миңә яңы машина алғанға тиклем, типографияға хәреф йыйыусы булып эшкә урынлаштым. Бер йыл үткәс тегеү оҫтаханаһы етәксеһе Мөслимә апай Хисаметдинова кире эшкә саҡыртып алды. Хаҡлы ялға сыҡҡансы 40 йылдан ашыу ошонда хеҙмәт иттем.
Беҙ һуғыш йылдары балалары уйнап үҫмәнек, ауырлыҡтан, эштән ҡасманыҡ, ил йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнек. Ҡыйын булды, тик ауыр тормош беҙҙе һындыра алманы, кеше булып ҡалдыҡ, шуға күрә был донъяла беҙҙең өсөн бөтәһе лә ҡәҙерле,- ти Райхана инәй.
Хеҙмәт ветераны Райхана Нурмөхәмәт ҡыҙы көнкүреш хеҙмәтләндереүе өлкәһендә фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн күп тапҡырҙар Маҡтау ҡағыҙҙары, көнкүреш хеҙмәт отличнигы билдәһе, 1977 йылғы СССР Юғары Советы Призидиумы Указы менән III дәрәжә Хеҙмәт даны ордены, Бөйөк Еңеүгә айҡанлы юбилей миҙалдары менән наградлана.
Бөгөнгө тыныс тормоштоң матурлығына, рәхәтлегенә һөйөнөп йәшәй күпте күргән, күпте кисергән хөрмәтле инәй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай, йәйен баҡса тултырып йәшелсә-емешен дә үҫтерә, ишек алдына матур, сағыу күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр ултырта. Инәй Ҡөрьән китаптарын, доғалар уҡып ултыра.
Шуға ла уның янынан халыҡ өҙөлмәй, һәр ваҡыт Ҡөрьән аштарына саҡырып торалар. Кешеләргә ярҙам итә алып йәшәүенә бик шат ул.
Фирүзә Рәхмәтуллина.
Автор фотоһы.

 

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей