“Көҙәйҙәр бәйгеһе"

Салауат районында өсөнсө тапҡыр “Көҙәйҙәр бәйгеһе" үтте. Быйыл санаға егелгән аттар ярышында 17 кеше ҡатнашты. 

Сара алдынан район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Айгиз Әхмәтйәнов, Булат Камалетдинов, “Янғантау” геопаркы етәксеһе Илдар Садиҡов сығыш яһап, бәйгелә ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. 

Стартҡа иң тәүҙә айғыр аттары сыҡты. Улар ике километрға ярышты. Беренсе булып финишҡа Мустанг ҡушаматлы атында Айрат Ғәйнетдинов (Әлкә) килеп етте. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Лимон атында Рәүил Ғәлимов (“Янғантау” шифаханаһы) һәм Гайдукта Батыр Камалетдинов (Әлкә) үҙ-ара бүлеште.

Икенсе ярышҡа бейә аттары сыҡты. Бер километр уҙышта беренселекте Гильза ҡушаматлы атында йәнә Айрат Ғәйнетдинов яуланы. Икенсе – Лакомкала Батыр Камалетдинов, өсөнсө урынды Башкиркала Зөфәр Сәғәҙиев (Әлкә) алды.

Өсөнсө булып йәш аттар сапты. Бер саҡрымға иҫәпләнгән дистанцияла Торнадола Батыр Камалетдинов беренсе булып финиш һыҙығын үтте. Икенсе – Йондоҙҙа Айрат Ғәйнетдинов, өсөнсө булып Һәүкәш ҡушаматлы атта Зөфәр Сәғәҙиев килде.

Дүртенсе ярыш юртаҡ тоҡомло аттарға иҫәпләнгәйне. Унда “Янғантау” шифаханаһы һәм Яҙғыйорттан шәхси эшҡыуар Владимир Лупеевтың юртаҡтары уҙышты. Муравей ҡушаматлы атта Ринат Ғәлләмов (“Янғантау”) алдынғылыҡты бирмәне. Икенсе урынға Жбамда Рәжәп Ғарипов сыҡты.

Көтөүселәр бәйгеһендә өлкәндәрҙән Айрат Ғәйнетдинов еңде. Балалар араһында Әлкәнән Амалия Камалетдинованың сыбыртҡы менән оҫта эш итә белеүен жюри ағзалары юғары баһаланы.

“Көҙәйҙәр бәйгеһе”нең иң йәш ҡатнашыусыһы – Батыр Камалетдинов, ә иң өлкәне тип Әлкәнән Айрат Шәмсетдинов танылды

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей