Ҡотороп үҫһə лə...

Район хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштəре тамамланғас, ошо өлкəлəге белгестəр, эш һөҙөмтəлəрен барлап, шытымдарҙың торошон тикшереп, баҫыуҙар буйлап йөрөп сыға. Матур йолаға əйлəнгəн был сара быйыл да булды. Район хакимиəте башлығы Юлай Ильясов менəн берлектə Көйөргəҙе мəғлүмəт-консультация үҙəге директоры Рəүеф Намаҙғолов, райондың баш агрономы Айҙар Туйгилдин, баш инженер Мотаһар Ибраһимов, КФХ-лар эше буйынса белгес Марс Сафин ике көн дауамында был эште атҡарып сыҡтылар. - Коронавирус арҡаһында карантин иғлан ителгəнгə күрə, быйыл был эште саҡ ҡына икенсе форматта үткəрҙек. Заманалар ҡатмарлашты, əммə тормош үҙ яйына дауам итə. Ауыл хеҙмəтсəндəре үҙҙəренең иңдəренə төшкəн бурыстарын ваҡытында намыҫ менəн башҡарып сыҡтылар. Хəҙер уларҙың эш һөҙөмтəлəрен тикшереп, йомғаҡтар яһап, фиҙакəрлек күрһəткəн баҫыу батырҙарын билдəлəп үтеү мөһим. Ике көн эсендə баҫыуҙарҙы ҡарап сыҡтыҡ. Бер юлы мал аҙығын əҙерлəү барышын да тикшерҙек, килəсəккə аныҡ маҡсаттар ҡуйҙыҡ, тəжрибə уртаҡлаштыҡ. Быйылға беҙҙең алда 1 баш малға 30 шартлы берəмек аҙыҡ əҙерлəү бурысы тора. Бесəн мул быйыл, шул шатландыра. Көндəрҙең матур тороуынан файҙаланып, уны ваҡытында əҙерлəү яҡшы. Шулай уҡ хужалыҡтарҙың матди-техник базаһын да белештек. Аллаға шөкөр, əлеге ваҡытта алдыбыҙға ҡуйған маҡсаттарға ирешеү өсөн техникалар етə. Районыбыҙҙа сəсеү ваҡытында ла, иген һуғыу ваҡытында ла беҙ ситтəн техника саҡыртҡаныбыҙ юҡ. Быйыл сүп үлəндəре ҡотороп үҫһə лə, баҫыуҙар таҙа булыуы ла һөйөндөрҙө. Бигерəк тə Мəлəүез фəнни-етештереү берекмəһенең баҫыуҙары таҙа. Ғөмүмəн, баҫыуҙар яҡшы хəлдə. Əле ошо йөрөп сыҡҡан эшебеҙгə йомғаҡ яһап, иң-иңдəрҙе билдəлəү менəн шөғөлбөҙ, - ти райондың баш агрономы Айҙар Юнир улы Туйгилдин. АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ Ҡотороп үҫһə лə... Айгөл ХАЛИҠОВА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей