Ҡотлоғужа балы Донбасҡа оҙатылды

Ҡотлоғужа ауылы умартасыһы Рифғәт Мөлөков (һүрәттә) Луганск Халыҡ Республикаһына ярты тонна шифалы һәм татлы күстәнәс оҙатты

Республикабыҙ халҡы, ойошмалары, предприятиелары һәм эшҡыуарҙары Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары халҡына һәм ҡасаҡтарға гуманитар ярҙам йыйыуҙы дауам итә. 17 июндә Өфөнән Донбасҡа аҙыҡ-түлек, медикаменттар, кейем-һалым, төҙөлөш материалдары һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән 11-се гуманитар йөк ылауы юлға сыҡты.
Сираттағы гуманитар ярҙамды йыйыуҙа райондашыбыҙ, Ҡотлоғужа ауылынан умартасы Рифғәт Мөлөков акцияны ойоштороусыларға 500 килограмм сифатлы сәскә балы тапшырып, тос өлөш индерҙе.
- Беҙ ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам итергә тейешбеҙ. Бал тапшырыу мәсьәләһен тотош ғаилә ағзалары менән һөйләшеп-кәңәшләшеп хәл иттек. Был тәҡдимгә бер кем дә, атайым да, ҡатыным да, туғандар ҙа ҡаршы килмәне, - ти умартасылар династияһын дауам итеүсе Рифғәт Хажи улы. - Луганск халҡына ярҙам итә алыуыбыҙға ифрат шатмын. Ундағы кешеләрҙең беҙҙең күстәнәс - шифалы ла, татлы ла башҡорт балы менән тәмләп сәй эсеүҙәрен күҙ алдына килтерәм дә, оло кинәнес кисерәм.
Кемделер шатландырыу, изгелек эшләү уның булмышында. Рифғәт Хажи улы Балалар шифаханаһында һәм урындағы йәйге лагерҙарҙа ял итеүселәрҙе лә әленән- әле бал менән һыйлай, баҡсаһында үҫтергән йәшелсәләре менән дә ихлас уртаҡлаша.
Шуныһы һөйөнөслө, районыбыҙҙа шундай ихлас һәм башҡалар ҡайғыһына битараф булмаған кешеләр бик күп. Уларҙың барыһына ла оло ихтирам менән рәхмәт әйтергә генә ҡала.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей