Кош киҙеүе

Билдәле булыуынса, Башҡортостандың бер районында ҡош киҙеүе теркәлде һәм ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Был хәл сирҙең башҡа райондарға үтеп инеүе ҡурҡынысы менән янай. Һуңғы көндәрҙә киң мәғлүмәт сараларында ла был тема әүҙем күтәрелә башланы. Ошо йәһәттән Салауат районы ветеринария станцияһы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Сергей ГУСЕВ үҙенең кәңәштәрен бирә: – Ҡош киҙеүе – тиҙ таралыусан вируслы сир, уның менән ауыл хужалығы ҡоштарының бөтәһе лә ауырый. Инфекцияның хәүефе шунда: ул ҡотолғоһоҙ үлем осрағына килтерә, бик тиҙ тарала. Ҡош киҙеүе – йорт һәм ҡырағай ҡоштарҙың аш һеңдереү, тын алыу ағзаларын зарарлап, уларҙы күпләп үлтереүсе киҫкен йоғошло ауырыу ул. Сирле йорт ҡоштарында тәбиғи булмаған ҡылыҡ күҙәтелә: хәрәкәттәре үҙгәрә (башын борғолай, муйыны ҡыйшая), ҡыуыу-саҡырыуҙы бар тип тә белмәй, йомортҡа һалыу ҡырҡа кәмей, ашамай, хәлһеҙләнә, эсе китә, ауыр итеп тын ала, тартыша, йүткерә, сөскөрә, томшоҡ тишектәренән ҡан килә, йөндәре тырпая. Тауыҡтарҙың кикереге һәм һаҡалы шешенеп, күгәреп тора. Ҡош киҙеүен таратыусы сығанаҡ – сирле ҡош һәм уның тәбиғи бүлендеге. Ҡош киҙеүе вирусы ҡоштарҙан кешегә йоғорға мөмкин (сирле ҡошҡа ҡағылғанда, йә иһә ауырыу ҡоштоң йомортҡаһын йәки итен тейешенсә бешереп еткермәй ашағанда). Ҡош киҙеүе, башҡа вируслы йоғошло сирҙәр кеүек үк, тиҙ үҙгәреүе – мутацияға бирелеүе менән хәүефле. Вирус яңы шарттарға һәм йәшәү мөхитенә бик тиҙ яраҡлаша, һөҙөмтәлә ҡош киҙеүе ҡоштарҙан кешегә генә түгел, кешенән кешегә лә күсә ала. Шәхси ярҙамсы хужалыҡ эйәләренә хужалыҡтарын ҡош киҙеүе вирусы инеүҙән һаҡлаусы түбәндәге сараларҙы күрергә саҡы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей