Көрәшселәр бил бирмәне

Баймаҡ районында уҙған «Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттарҙың беренсе респуб-лика фестивале үтте. Унда район делегацияһы ла ҡатнашып, төрлө ярыштарҙа спортсыларыбыҙ сығыш яһаны.

Иң уңышлы сығыш кө-рәшселәрҙеке булғандыр. Фестиваль программаһы сиктәрендә күп алыш буйынса “Бәйге” асыҡ чемпионатының көрәш турнирында үҙ йәш категорияларында Ҡарағай мәктәбе уҡыусылары һәм мәктәпте тамамлап сыҡҡан егеттәр (уҡытыусылары – Азат Рәшит улы Хәбибуллин) призлы урындар алыуға өлгәште.
15-17 йәшлектәр араһында Фәнзил Амангилдин - 2-се, Рәмзил Кинйәбулатов 3-сө урындарҙы яулаһа, 18 йәш һәм унан өлкәнерәктәр категорияһында Рузил Кинйәбулатов - 2-се, Илһам Шәрипов 3-сө урындарҙы алды. Улар барыһы ла Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре.
Ярыштар бик сәмле барған, егеттәргә хатта мастерлыҡҡа кандидат һәм донъя чемпиондары менән дә көс һынашырға тура килгән. Шулай ҙа көрәшселәр юғалып ҡалмай, бар көс-таһылдарын күрһәтеп, уңышҡа өлгәшкән.
Йәш көрәшселәргә яңынан-яңы еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ.
Автор:Гульдар Кинзябаева

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей