Киоскылар ҡайтарыла

Башҡортостан Республикаһы территорияһында ҡала һәм район властарының стационар булмаған сауҙа объекттарын урынлаштырыу схемаларын әҙерләү һәм раҫлауҙың яңы тәртибе билдәләнде.

Шулай итеп, Оло Ыҡтамаҡ ауылы үҙәгендә бер нисә стационар булмаған объект урынлаштырылды. Күп эшҡыуарҙарға, ҡуртымға алыу йәиһә стационар нөктә һатып алыуға ҡарағанда, бындай режимда эшләүе уңайлыраҡ.
Район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Илшат Хәсәнов хужалыҡ итеүсе субъекттарға стационар булмаған сауҙа объекттарын урынлаштырыуға хоҡуҡ биреү шарттары тураһында һөйләне.
– Стационар булмаған сауҙа объекты – ул инженер-техник тәьминәт селтәренә тоташтырылған йәиһә тоташтырылмаған, ер участкаһы менән ныҡлы бәйләнмәгән ваҡытлыса ҡоролма, конструкция, шул иҫәптән күсмә ҡоролма, – ти Илшат Ғабдулла улы.
Стационар булмаған сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү буйынса объекттар күсемһеҙ милек булып тормай, күсемһеҙ милектең дәүләт кадастр иҫәбенә индереү талап ителмәй. Уларға хоҡуҡ Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡ һәм күсемһеҙ милек менән эш итеү берҙәм дәүләт реестрында теркәлергә тейеш түгел.
“Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль район биләмәһендә стационар булмаған сауҙа объекттары һәм хеҙмәтләндереү буйынса объекттарҙы урынлаштырыу тәртибе тураһында”ғы 2018 йылдың 4 апрелендә сыҡҡан 204-се положение менән ҡаралған талаптар йәрминкә, күргәҙмә-йәрминкә, ваҡытлыса характерҙағы байрам, ижтимағи-сәйәси, мәҙәни һәм спорт сараларын үткәргәндә стационар булмаған сауҙа объекттарын һәм хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса объекттарҙы урынлаштырыуға бәйле мөнәсәбәттәргә ҡағылмай.
Стационар булмаған сауҙа объекттарын файҙаланыу өсөн уның хужаһы ваҡлап сауҙа итеүсе эшҡыуарҙарға ҡануниәт тарафынан билдәләнгән талаптарға, шулай уҡ сауҙаның теге йәиһә был төрөнә ҡарата махсус талаптарға, аҙ форматлы сауҙа объекттарын урынлаштырыу ҡала төҙөлөшө, төҙөлөш, архитектура, янғын һүндереү, санитар-норматив һәм районды төҙөкләндереү ҡағиҙәләренә тап килергә тейеш.
Мәсетле районы территорияһында уларҙы урынлаштырыу хакимиәт тарафынан раҫланған схемаға ярашлы башҡарыла, уға үҙгәрештәр, шул иҫәптән эшҡыуарҙарҙың инициативаһы буйынса ла индерелә, әммә йылына өс тапҡырҙан да артыҡ булмаҫҡа тейеш.
Район территорияһында стационар булмаған сауҙа һәм хеҙмәтләндереү буйынса объекттарҙы урынлаштырыу хоҡуғы конкурс үткәреү һөҙөмтәһе буйынса башҡарыла.
Беҙҙең районда бер нисә стационар булмаған объект урынлашҡан: “Аяҡ кейемдәрен ремонтлау” оҫтаханаһы (Игорь Меркулов), “Сыр кибете” (“Урарту” ауыл хужалығы ҡулланыусылар эшкәртеү һәм сауҙа кооперативы). Тиҙҙән яңы сауҙа павильоны асыла, унда шәхси эшҡыуар Ф. И. Тәхәүетдинованың “Ишәле” мини-пекарняһында бешерелгән икмәк һәм икмәк-күмәс изделиелары һатыласаҡ.
Стационар булмаған объекттарҙы урынлаштырыу өлкәһендәге норматив-хоҡуҡи акттар менән https:// mechetly.bashkortostan.ru/activity/16524/ сайтында танышырға була.
Стационар булмаған сауҙа объекттарын асыу мәсьәләләре буйынса район хакимиәтенең 16-сы, 33-сө бүлмәләренә һәм 8 (34770) 2-00-65, 8-917-459-14-83 (WhatsApp) телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Лариса РИЗВАНОВА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей