Килəһе уңышты хəстəрлəп!

Ауыл хужалығы эшселəре өсөн мөһим булған, яҙғы сəсеү эштəренə ҡыҙыу əҙерлек бара. Һəр хужалыҡ был кампанияны атҡарып сығарыу өсөн, финанс мөмкинселегенəн ҡарап эш итə. Шул уҡ ваҡытта, районыбыҙҙың эре хужалыҡтарының береһе булған, “Искра” ауыл хужалығы хеҙмəтсəндəре быйылғы яҙғы баҫыу эштəренə яҡшы əҙерлек менəн килəлəр. Бында тəү сиратта техника-агрегаттар хəстəрлəнеп, сифатлы иген сорттары яңыртылып, сəсеүҙе ойошҡан рəүештə үткəреүгə ныҡлы нигеҙ һалынған. Етерлек күлəмдə элиталы орлоҡ, минераль ашлама, ҡоротҡос бөжəктəрҙе ағыулау препараттары, яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алынған да инде. Хужалыҡтың алты оҫтаханаһында ла техника ремонтлана. Яҙғы сəсеүҙə барлығы төрлө маркалы 93 техника һəм 30-лап сəсеү-агрегаттары йəлеп ителəсəк. Ер эшкəртеү техникаһын яңыртыуға, ауыл хужалығы быйыл ун миллион һум аҡса тотондо. Элекке ҡорамалдар тулыһынса ипкə килтерелгəн. Сəселəһе орлоҡ тигеҙ һəм тейешле тəрəнлеккə һалынһын өсөн, 3 миллион һумлыҡ, заман талаптарына ярашлы “Кинзя”- маркалы ике сəсеү агрегатын алып ҡайтты. Яҙғы сəсеү кампанияһын тейешле кимəлдə башҡарып сығарыу өсөн күп көс һалына. Рəүеф АБДУЛЛИН Яҡшымбəт ауылы Фотола: механизатор Ғəйнулла Йосопов, Хөрмəт Байғужин һəм Мөхтəр Насыровтар сəсеү техникаһы менəн таныша

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей