Ҡаҙ бəпкəлəре лə һары икəн (өлəсəйем хəтирəлəренəн)

Миңə 6 йəштəр тирəһе, тома һуҡыр өлəсəйем эргəһендə уйнап, хəбəр тыңлап ултырам. - Эй, балам, - ти ул. - һеҙгə беҙ күргəндəрҙе күрергə яҙмаһын инде. Өс өрлөктəй улымды яу яланына оҙаттым.Ғəзиз улым (һинең əтейең) һуғыштан алда ике йыл хеҙмəт иткəйне инде, бына ҡайта тип торғанда һуғыш ҡупты. Ə Хəмиҙулла улым фронтҡа Ырым-
бурҙан китте. Уның ғүмеркəйе бигерəк өҙə үҙəгемде. Эсе яраланып ҡайтҡайны. Эсəктəренə пуля тейгəн тинелəр. «Һауығам да кире фронтҡа юлланам, əнəй», - тип йөрөнө. - Баҫыуға барып, ер еҫкəп йөрөп килəм», - тине. Унда йəш кенə ҡыҙҙар ер һөрөп йөрөгəн. Береһенең тракторы боҙолоп ултырған. Шуны йүнəтеп, ҡыҙҙырып бирəм тип рукояткаһын бороп ебəргəн икəн уныһы эсенə китереп һуҡҡан. Яралары асылып, ҡанһырап ятҡан улымды үгеҙ егеп Октябрьский балнисына алып киттелəр (Ырымбур өлкəһе).
Кəүҙəһе генə ҡайтты. Шулай ҡыҙым, ул йылдарҙа баҫыу ҙа яу яланы ине. Шулар иҫемə төшһə, ошо йырымды йырлаған булам: Ҡаҙ бəпкəлəре лə һары икəн,
Теҙелеп-теҙелеп һыуға бара икəн, Йөрəк баштарына ҡан һауҙырған Йөрəк ярып сыҡҡан бала икəн. Бигерəк əсе булды баламдың үлеме, илай торғас күҙҙəрем тома һуҡырайҙы инде.
Өлəсəйем Ғəлиева Əлифə (Яҡут ауылынан, ҡыҙ фамилияһы Буранова) бəлəкəй генə буйлы, моңло тауышлы ине. Ə олатайым Ғəлиев Əҙеһəм баһадир кəүҙəле. «Ошо кəүҙəң менəн
нишлəп бəлəкəй генə ҡатын алдың?» тиеүселəргə ул: «алтын ҙур булмай», - тип яуап биргəн. Минең əтейем Ғəлиев Ғəзиз иҫəн-һау ҡайтып, беҙгə, алты балаға ғүмер биреп, əнəйем - Яҡуп
ауылынан Мəҙинə Мөьмин ҡыҙы менəн бəхетле йəшəнелəр.Һəммə һуғыш ҡорбандарына мəҙхиə булһын тип яҙҙым. Мəңгелек дан уларға.
Сəлимə БЕРДИНА
Яҡшымбəт ауылы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей