Кавалер ордена ”Почетный знак"

Йәнәхметова Кәшифә Нух ҡыҙы 1927йылдың  20 июлендә  тыуған. Бөйөҡ Ватан һуғышы  башланғанда уға  14 йәш  була. Һуғыш дәүерендә ауыл хужалығында эштәр  ололар һәм улар елкәһендә була. Кәшифә Нух ҡыҙы фермала һарыҡ ҡараған, баҫыуҙа иген утау, иген йыйыу эштәрендә йөрөй.

Һуғыш тамамланғас 1946 йылда  Оло Кыҙылбай ауылына йөрөп 7 класты тамамлай.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа үҙ ауылында колхозда эшләй, хеҙмәт юлын дауам итеп  Мәсәгүт совхозында һауынсы булып  хаҡлы ялга сыға. Яҡшы, өлгөлө эше өсөн бер төркөм ауыл хужалығы эшсәндәре менән Мәскәүгә барып ҡайталар. Ҡыҙыл Майҙанда, Мавзалейҙа, ВДНХ-ла булалар. Бик күп миҙалдар һәм  “Почет билдәһе” ордены кавалеры.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей