Ҡатын-ҡыҙ - ашнаҡсы

Тәмле аштар бешереү – үҙе бер сәнғәт. Осраҡлы ғына кешеләр ашнаҡсы булып эшләй алмаҫ ине. Мәҫәлән, район ҡулланыусылар йәмғиәтендә ҡырҡ йылдан ашыу эш стажы булған Флүрә Баҡыева был һөнәргә бар ғүмерен бағышлаған.

Бишбүләк районы ҡыҙы Флүрә Вәсил ҡыҙы Стәрлетамаҡ кулинария училищеһын тамамлай. Илтуған ауылына килен булып төшөү менән район ҡулланыусылар йәмғиәтенә эшкә урынлаша. Коллективта уны яратмаған һәм хөрмәт итмәгән бер кеше лә юҡтыр. Уның күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Үҙ эшен бөтә күңелен биреп, яратып башҡарғас, бешергән ризыҡтары ла ашап туймаҫлыҡ. Ул тәмле аштар бешереп кенә ҡалмай, телеңде йоторлоҡ ҡоймаҡтар, бәлештәр, сәк-сәктәр ҙә бешерә.
- Аш-һыу әҙерләгәндә бар күңелеңде һалып, яҡшы уйҙар уйлап бешерергә кәрәк. Шул саҡта ғына һинең ризыҡтарың тәмле була, - ти ул.
Тормош иптәше Әнүәр Мәғдән улы менән бер ул һәм бер ҡыҙға матур тәрбиә биреп, үҙ аллы тормошҡа сығарғандар. Бәхетле өләсәй ейән-ейәнсәрҙәрен дә тәмлекәстәр менән һыйлай.

Гөлсәсәк Аласова.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей