“Ҡаргиҙәр” операцияһы иғлан ителде

“Ҡаргиҙәр” операцияһы иғлан ителде

Башҡортостанда юлһыҙ ерҙән йөрөүсе мототехниканы файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеү сараһы 30 декабргә тиклем дауам итә. Айлыҡ 1 декабрҙә башланды. Салауат районының баш дәүләт Гостехнадзор инспекторы Ришат Хәйбуллин хәбәр итеүенсә, районда бөтәһе 21 ҡаргиҙәр теркәлгән. 9 берәмек техника – юридик ойошмалар, 12-һе физик шәхестәр исемендә тора. Был төр мототехника менән идара итеү хоҡуғын “А 1” категорияһына машинист-тракторсы водитель таныҡлығы бирә. “Ҡаргиҙәр” айлығын БР Үҙйөрөшлө һәм башҡа төр техника торошон техник яҡтан күҙәтеү дәүләт (Гостехнадзор) инспекцияһы республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, ЮХХДИ идаралығы, Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы менән берлектә үткәрә

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей