Ҡаҡ ҡойоу серҙәре
16 августа 2022
Һуңғы йылдарҙа төрлө емеш-еләктәрҙән ҡаҡ ҡойоу киң тарала башланы. Был файҙалы ла, тәмле лә ризыҡты эшләү өсөн ҡайын еләге, ер еләге, ҡарағат, балан, алма, слива һәм үҙегеҙ яратҡан еләкте алырға мөмкин.
Ҡаҡты әҙерләү ауыр түгел. Еләкте йәки емеште ике тапҡыр ит турағыс аша үткәреп, иҙмә әҙерләйҙәр. Уны иләктән үткәрергә кәрәк. Күптәр шәкәр өҫтәмәй. Емеш әсерәк булһа, бер аҙ шәкәр ҡушырға ла мөмкин. Алдан өҫтө майланған таҡталарға, батмустарға иҙмәне йоҡа ғына итеп йәйеп һалалар. Ҡояш төшмәгән, еләҫ урында киптерәләр. Әҙер ҡаҡ ҡоро була, әммә һынып тормай. Йәймәне торба һамаҡ итеп төрөп һаҡлайҙар.
Автор:Гульдар Кинзябаева