Ҡаһарман яугир Карамат

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан, һуғышта ҡатнашҡан ветеран, ҡартолатайым Карамат Нəғим улы Бикмаев тураһында яҙырға булдым. Карамат Бикмаев 1906 йылдың ғинуар айында Яҡшымбəт ауылында
тыуып үҫə.Ул Сəхипъямал өлəсəйгə өйлəнеп, матур итеп йəшəп ятҡанда һуғыш башлана. 1942-се йылдын 1 ғинуарында фронтҡа китə. Өйҙə ҡартөлəсəйем өс бəлəкəй бала (Фанури – 8 йəш, Зөбəржəт – 4 йəш һəм
Фəриҙə – 1 йəш) менəн тороп ҡала.Бөтə донъя ауырлығы ҡарттар, ҡатын-ҡыҙ һəм балалар иңенə төшə.Карамат ҡартолатайым Ҡыҙыл байраҡлы 219-сы Идрица уҡсылар дивизияһына элəгə. Апрель айын-
да дивизияны Воронеж яҡтарына ебəрəлəр. Оҙайлы ҡан ҡойғос оборона һуғыштарынан һуң, 1943 йылдың башында был дивизия Воронеж ҡалаһын фашистарҙан ҡотҡара. Атаҡлы Орел-Курск дуғаһындағы
немец илбаҫарҙарын тар-мар итеү алыштарында ҡатнашып, Белгород,Харьков, Полтава өлкəлəрен азат итəлəр. Ошо урындарҙа бик ҡаты һуғыштар була. Һуңынан 219-сы дивизия 375-се полкка ҡушылып,
Смоленск яғына юл тота. Улар Витебск, Калинин өлкəлəрен баҫҡынсыларҙан ҡотҡара. Был алышта ҡартолатайымдың аяғы яралана һəм ул госпиталгə элəгə. Дауаланып сыҡҡас, 375-се полктың 76 мм бата-
реяһында наводчик булып хеҙмəт итə. 1944 йылда фашистарҙың оборонаһын йырып, Латвияның Курляндия утрауын да азат итəлəр. 250 мең фашист һалдаттар һəм офицерҙар үҙҙəренең техникаһы менəн əсир
ителə. Был ҡаты алыштарҙа 375-се полк 76 мм миномет расчеты командиры сержант Карамат Бикмаевтың өлөшө ҙур була. Курляндия яҡтарын азат итеп бөткəндə, ҡартолатайым тағы ла яралана. Пуля түшендə-
ге миҙалына тейеп, ҡыҙыл армеец китабын тишеп, йөрəк эргəһенəн сыға. 1945 йылдың февраль айынан башлап, ул алты ай йəшəү өсөн көрəшə һəм табиптар уны үлемдəн алып ҡала. Шул йылдың ноябрен-
дə ҡартолатайым тыуған яҡтарына ҡайтып төшə. Һуғыштан һуң Карамат ҡартолатайым ғүмер буйы колхозда учетчик, һуңынан бригадир вазифаһын намыҫ менəн үтəй. Колхоз хужалығын аяҡҡа баҫтырыуға бөтə көсөн
һала. «Почетлы колхозсы» һəм «Коммунист» исеменə лайыҡ була. Ҡартөлəсəйем Сəхипъямал менəн тағы 3 балаға ғүмер бирəлəр. Улар бөтə балаларын уҡытып, ҙур юлға баҫтырып, ата-əсə бурысын үтəгəн-
дəр. Əлеге ваҡытта Фəриҙə өлəсəйемдə, ҡартолатайымдың башҡа балаларында Бөйөк Ватан һуғышында бирелгəн ҡайһы бер миҙал-ордендар, рəхмəт хаттары ҡəҙерлəп һаҡлана. Ҡартолатайым 2-се һəм
3-сө дəрəжə «Дан» ордендары, шулай уҡ «1941-1945-се йылдар Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгəн өсөн» һəм «Хəрби хеҙмəттəре өсөн» миҙалдары, Хəрби хəрəкəттəрҙə ҡатнашҡаны өсөн рəхмəт хат-
тары менəн бүлəклəнгəн. Коммунист ҡартолатайым 1986 йылда 80 йəшендə вафат була. Атай-олатайҙарыбыҙ илебеҙ, килəсəгебеҙ, тыныс тормошобоҙ өсөн көрəшкəн. Беҙгə еңеүҙең хаҡы тураһында оноторға ярамай.
Ҡəҙерле ветерандар! Беҙ түлəп бөткөһөҙ бурыс тотабыҙ һеҙҙең алда. Һеҙгə баш эйəбеҙ һəм ҡоростай һаулыҡ, именлек, донъя тыныслығы телəйбеҙ.Əлиə ИСХАҠОВА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей