Ҡаһарман олатай

Минең олатайым – Минғəз Зəле улы Усманов – 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ул 1907 йылда,
хəҙерге Көйөргəҙе районының Абдул ауылында, ябай крəҫтиəн ғаилəһендə тыуа. Бəлəкəйҙəн эш күреп үҫкəн.
Абдул башланғыс мəктəбендə ике синыф ҡына уҡыуына ҡарамаҫтан, бик күп уҡыған, ҡыҙыҡһыныусан бала була. Сəйəсəт темаһы, шулиҫəптəн халыҡ-ара сəйəсəте лə ҡыҙыҡһындыра уны. Граждандар һуғышы башланыу сəбəпле, артабанғы уҡыуын дауам итə алмай
ул. Уның атаһын һуғышҡа алғас, əсəһе үҙе генə ҡала һəм тормош ауырлыҡтары үҫмер иңдəренə төшə. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атаһы
һуғыштан ҡайтмай. 1929 йылдың 10-сы октябрендə БашАССР-ның Мəлəүез районы хəрби комиссариаты олатайҙы əрме сафта-
рына саҡырта. Хеҙмəт итеп тыуған ауылына ҡайтҡас, колхозда эшлəй башлай. Һуғышҡа тиклем, өлəсəйем Əҙеһəмова Миңлекамал
Абҡадир ҡыҙы менəн таныша һəм уға өйлəнə. Уларҙың 5 балаһы тыуһа ла, 1 генə ҡыҙҙары иҫəн ҡала. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Шул йылдың 20 сентябрендə Көйөргəҙе районы хəрби комиссариаты мобилизацияһы буйынса, олатайыҙы Төнъяҡ-көнбайыш фронттағы 357 артиллерия полкының 171-се уҡсылар дивизияһында дағалау инструкторы итеп билдəлəйҙəр; 1945 йылда 380-се уҡсылар полкында хеҙмəт итə. “Курск дуғаһы” алышында ҡатнаша. Ул дүрт йылдан ашыу йəйəүлəп тигəндəй, бөтə һуғышты үтə, Берлин ҡалаһына барып етə. 1945 йылдың 25 сентябрендə Минғəз олатайым демобилизациялана, “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены, “Германияны еңгəн өсөн”, “Берлинды алыу өсөн” миҙалдары менəн бүлəклəнə. Ə инде “Хəрби ҡаһарманлыҡ өсөн”миҙалы менəн 1943 йылдың 5 ноябрендə бүлəклəнə. Уға был миҙал, 2-се дивизион аттар составын ваҡытында дағалап, хəрби əҙерлекте тəьмин итеп, күрһəткəн батырлыҡтары өсөн бирелə. 1943-сө йылдың февраль һəм март айҙарында, ҡаты бəрелештəр ваҡытында, ул аттарҙы ут-яу аҫтынан бер нисə тапҡыр сығарып ҡотҡара; дошман артиллерияһы утына элəгеп яу ҡырында боҙолған, боеприпастар ташыусы арба-
ларҙы йүнəтеп, ҡыйыулыҡ күрһəтə. Хəрби припастарҙы кəрəк урынға алып барып тапшырыу эшен дə үтəй.
Шул йылдың август айында, Пенно эргəһендəге алыштар ваҡытында, олатай ветеринар табипҡа ярҙам итеп, йəрəхəтлəнгəн аттарҙы
эвак уацияларға ярҙам итешə. Үҙ көсө менəн 5 атты ҡотҡара. Һуғыш ваҡытында Минғəз олатай аттар тураһында хəстəрлек күрə, уларҙың хеҙмəткə əҙер булыуын ҡайғырта, ат дағалау өсөн кəрəк-яраҡтарын етештереү эшен дə башҡара. Уның иҫəптə: эшлəнгəн
яңы – 856 даға, яңыртылған – 1246 даға, 20 кг – ҡаҙау, 16 сүкеш һəм 14 дағалау өсөн ыҫҡыстар етештереү. Һуғыш бөткəс, ныҡ ауы-
рып ҡайтыуына ҡарамаҫтан,олатайым тыуған ауылында тимерсе эшен дауам итə. Уны көтөп алған өлəсəйем менəн тағы ла 3 балаға
ғүмер бирə, улар араһында əсəйем – Фəйзəгə лə. Олатайым Абдул ауылында 35 йыл тимерсе булып эшлəй. Ҡаты ауырығандан һуң, ул 1976 йылда яҡты донъянан китə. Миңə олатайымды күрергə насип булманы… Мин – бəлəкəй ҡыҙының төпсөк балаһы. Шулай ҙа, əсəй-атайым, туғандарым уның тормошон иҫкə төшөргəндə һəм фотоһүрəттəр аша күңелемə яҡын ул. Минғəз олатай ғүмере буйы кешелəргə ярҙамсыл, ихлас күңелле була. Һəр саҡ Тыуған илеменəн ғорурланып йəшəгəн. Туғандар һəм ауылдаштар
олатай менəн өлəсəйемде тик яҡшы һүҙҙəр менəн генə иҫкə ала. Хəҙер аңлайым, кешелəр күңелендə тик яҡшы хəтирəлəр ҡалдыры-
рлыҡ итеп йəшəргə кəрəк. Һəм мин, уның ейəнсəре, үҙемдең ҡаһарман олатай менəн ғорурланам!
Əлфиə КЕЙЕКБАЕВА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей