К 75 - летию Великой Отечественной войне. Они сражались за Родину. Наши односельчане. Мы помним! Мы гордимся! (Аургазинский район)

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Аетбаев Талип Кәрим улы иҫтәлегенә.

Мораҙым ауылында хәлле йәшәгәндәр исемлегенә Аетбаев Әбделкәрим Аҡъюл улының ғаиләһе лә керә. 1917 йылғы бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәп алыу яҙмалары быны асыҡ дәлилләй. Әбделкәрим Аҡъюл улы 1873 йылғы. Ҡатыны Һәҙиә 1875 йылғы Маянған ауылыныҡы. Улдары Мөхәммәтхатип(Хатип) 1911й, Абуталип(Талип) 1916й, ҡыҙҙары Рәбигә 1899й, Рәҡиә 1909й, Мәхтүмә 1913 й. Хужалығында 17 эш аты, 9 һыйыр, 9 башмаҡ, 9 быҙау, 25 һарыҡ һәм 20 бәрәс иҫәпкә кергән. 57 десятинала( 1 дес. = 1,09 гектар) иген үҫтергән, ә 44,6 десятинә һөрөнтө ерен башҡаларға арендаға биргән. Ике төрәнле тимер һабаны, 1 сәскесе, 1 веялкаһы, 1 сепараторы булған. Хужалығында 20 һәм 17 йәшлек ике эшсе ярҙам иткән. Яңы урынлашҡан совет власын өнәп етмәһәлә, ҡаршы сыҡмаған, үҙ хужалығы менән донъя күргән. 1929 йылда бөтә ил буйынса колхозлашыу башланғас, ауылыбыҙҙа ла синфи көрәш киҫкенләшә. Хәлле, урта хәлле крәҫтиәндәрҙе, ысын ер хужаларын, бай тип кулак мөһөрө тағыла. Ошо ваҡытта ҡотортоусылар янында ялағайҙар, ҡуштандар әүҙемләшә, уларға хәллеләрҙең байлығын, мөлкәтен бүлешеү күҙҙәрен ҡыҙҙыра. Шул йылдың бер төнөндә Әбделкәримдең пар аттары буш арба менән ҡурҡып сабышып ҡайтып керәләр. Хужа ул көндө Әлшәй баҙарына тауарға киткән була. Өршәк йылғаһында күперҙән аҫтараҡ Әбделкәримдең мәйете табыла. Билдәһеҙ кешеләр уны күперҙә һағалап тороп, үлтереп йылғаға ташлаған булалар. Ҙур ғаиләгә оло ҡайғы килә. Ул ваҡытта оло улдары Хатип өйләнеп, улы Минияр Аетбаевҡа 1 йәш була. Был хәсрәттәрҙең башы ғына икән. Күптә үтмәй кулак мөһөрө тағылған ғаиләнең бар мал-мөлкәттәрен тартып алалар, ә ҡатыны Һәҙиәне барлыҡ балалары һәм килене менән Кемерово өлкәһенә һөргөнгә ебәрәләр. Ҙур ҡарағайҙан һалынған өйҙәрен, һуңынан һүтеп мәктәп, интернат, келәт итеп һалалар. Беҙҙең быуын хәтерләй ул йортто. Мәктәп ихатаһындағы интернат, иҫке интернат һәм саңғылар ҡуя торған келәт сәйәси золом ҡорбаны Әбделкәрим Аетбаевтың йорт-ҡаралтылары икән. Эшсән, тырыш ғаилә һөргөндә лә юғалмай. Оҡшаш яҙмышлы яҡташтар унда ла етәрлек була. Ҡыҙы Мәхтүмә Һөргөндә Ҡаҙморон ауылы егете Шакирьян Аҡбулатовҡа тормошҡа сыға, балалар үҫтерәләр һәм унда төпләнәләр. Ҡыҙҙары Рәбиғә менән Рәҡиә генә сирләп мәрхүм булып ҡалалар. Хатип Аетбаев бар һөргөнселәр кеүек Кемерово өлкәһенең Анжеро-Судженский тигән ҡалала шахтала эшләй. Эшендә хөрмәт яулай, хеҙмәттәге уңыштары өсөн хөкүмәт наградалары менән бүләкләнә. Хатип Аетбаев ҙур тормош юлы үтеп, 1992 йылда, 81 йәшендә мәрхүм була. Алға китеп яҙып үтәм, һуғыштан һуң Талип абзыһы яҡындарын күрергә Анжеро-Судженскийгә килә. Хатип абзыһы Томск ҡалаһында ФЗО–ла уҡып йөрөгән улдары Минияр Аетбаевты үҙе менән Башҡортостанға, тыуған ауылына алып ҡайтып китеүен үтенә. Талип ризалашып Томск ҡалаһына бара, эҙләп табып ауылға алып ҡайта.(Аетбаев Минияр ағайҙың яҙмышы, үҙе бер китап). Оҙаҡҡа һуҙмай кәләш әйттерәләр һәм Минияр Аетбаев Минегөл Ғәлим ҡыҙы менән ғаилә ҡоралар, балалар үҫтерәләр. Минияр Хатип улы колхоздың алдынғы механизаторҙарының береһе ине һәм һәр ваҡыт Талип абзыһына ауылға алып ҡайтҡан өсөн рәхмәтле йәшәне, 2003 йылда вафат була.
Талип Аетбаев үткән быуаттың 30-сы йылдар аҙағында, рөхсәт алғас та, тыуған ауылына ҡайта. Ауылдағы нәҫел-ырыуҙары ярҙамында йорт хәстәрләй, Мөғлифә (Файзуллина Ҡәнифәнең һеңлеһе) апай менән ғаилә ҡора, колхозға эшкә сыға. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа алына һәм 72-се Гвардия миномет полкында ҙур сылбырлы артиллерия тягачының механик-йөрөтөүсеһе, лабораторист (бар боеприпасты тикшереп, шартлаясағына яуап биреүсе, бик яуаплы хеҙмәт) булып хеҙмәт итә. Уларҙың полкы Төнъяҡ-көнбайыш, Калинин, Ленинград фронттарында һуғышта булалар. Еңеү көнөн Латвия ерендә фашистарҙың Курляндия төркөмөн ҡыйратып ҡаршы алалар. Ләкин Талип Аетбаевҡа бының менән генә һуғыш бөтмәй, уларҙың миномет полкын Алыҫ Көнсығышҡа япон милитаристарына ҡаршы һуғышға ебәрәләр. Ҡыҙы Венера апай фронтовиктың хәтерләүҙәрен бына нимә тип һөйләне: "Эшелон менән Алыҫ Көнсығышҡа барғанда Раевка станцияһы аша үттек,нисә йылдар күрмәгән тыуған яҡ, таныш ауылдар, болон-туғайҙар, барлыҡ яҡташ һалдаттар менән йырлашып-илашып үтеп киттек...". Талип Аетбаев Япон һуғышында Ҡытайҙың Харбин, Гирин ҡалаларын азат итеүҙә ҡатыша. Ошо һуғыштағы батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Бына нисек була был хәл: 1945 йылдың 9 августында боеприпастар тейәлгән автомашиналар колоннаһы юлһыҙ нейтраль зона аша үткән саҡта бер машина ватыла. Шофер кирегә гарнизонға запчасть артынан китә, ә Талип машинаны һаҡлап ҡала. Шул ваҡыт ундан артыҡ япон милитаристәре һөжүм итәләр. Гвардия красноармеец Талип Аетбаев юғалып ҡалмай,
автоматынан яуап уты аса. Көстәр унлата тигеҙ булмаһала атаканы кире ҡаға, үлектәр ҡалдырып дошмандар ҡаса. Ошо батырлығы менән һалдат автомашинаны ла һәм боеприпастарҙы ла дошман ҡулына бирмәй. Һуңынан шофер килгәс бергәләп машинаны төҙәтеп, ваҡытында дивизияға боеприпастарҙы апарып еткерәләр. Награда ҡағыҙында иптәш Талип Аетбаев 1941 йылдың 15-се ноябренән һуғышта ҡатнаша, бер тапҡыр ҡаты яраланған, ике тапҡыр еңел яра алған тейелгән.
Һуғыш Талип Кәрим улы өсөн 1946 йылда ғына тамамлана. Ауылға ҡайтыуына ҡатыны Мөғлифә апай бик ҡаты сирләгән була, тормош иптәшенең ҡайтыуын ғына көткән кеүек, бер нисә көндән вафат була. Фронтовик колхозда төрлө эштәрҙә эшләй, игенен дә сәсә, ура, шофер ҙа була, ә аҙаҡ, һуғыш яралары һыҙландыра башлағас, 1963 йылдан депоға пожарникка күсә.
Янбаева Гөлнисә Мираҫ ҡыҙы менән ғаилә ҡоралар. Уның тормош иптәше Янбаев Султанғәли Тимербулат улы (1912) 1942 йылда һуғыштан яраланып ҡайтып, күптә үтмәй мәрхүм була. Гөлниса Мираҫ ҡыҙы ҡыҙы Зилә менән йәшләй генә тол ҡала. Гөлниса Мираҫ ҡыҙы Исанбаева, 1914 йылғы, һуғыш ваҡытындағы фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Колхоз архивында 1973 йылға тиклем эшләүе тураһында мәғлүмәттәр бар. 58 йәште үтеп, ике һуғыш осорон кисергән ҡатындың колхоздың төрлө эштәренән ҡалмай эшләүе һоҡландыра. Бөхтә, бик тыныс, уңған, бар донъяһын таҙа-тәртиптә тотҡан апай булып иҫтә ҡалған. Талип һәм Гөлниса Аетбаевтар өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. 1. Зилә Солтанғәли ҡыҙы (1943й) иптәше Фәһим Сәйфутдинов менән 5 балаға ғүмер бирәләр: Рәфинә (1964), Зәлиә (1966), Рәмзил (1968), Фәнзил (1971), Фәрзиә (1974). Иренең вафатынан һуң Тәлғәт Ноғоманов менән ғаилә ҡороп тағы ла ике балаға ғүмер бирҙеләр: Фәрғәт (1982), Тәғзимә (1987). 2. Венера (1954й) тормош иптәше Инвар Мурзабаев менән 3 бала үҫтерәләр: Энвер (1974), Эльвира (1977), Зиләрә (1979) 3.Разия (1957) тормош иптәше менән 3 балаға ғүмер бирәләр: Альфред Венер улы (1977,вафат) - улы Айрат; Альбина Венер ҡыҙы (1979), Олеся Василий ҡыҙы(1992).
Ҡаһарман фронтовик Талип Кәрим улы Аетбаевтың тормош юлы бар туғандарыныҡы кеүек бик ауыр, һикәлтәле. Кулак мөһире һуғылып, ғаиләләре менән һөргөнгә ҡыуылып күп шатлыҡтарҙан, уҡыу мөмкинселегенән, ата-әсәләренең ярҙамынан мәхрүм булып үҫә. Шуға ҡарамаҫтан, тыуған илгә дошман ябырылғас, үҙен илебеҙҙең патриоты икәнен иҫбатлап, батырҙарса һуғышып герой-еңеүсе булып тыуған ауылына ҡайта. Ләкин һуғышта алған яраларҙан, мина ярсығы үпкәһендә ҡалған була, һуғыш ветераны Талип Кәрим улы 1968 йылда, 52 йәшендә генә вафат була.
Һуғыш ветераны күрһәткән хәрби батырлыҡтары өсөн “Ҡыҙыл Йондоҙ”, “2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы” ордендары, “Германияны еңгән өсөн” һәм юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән.
Бөгөнгә көндә Талип Кәрим улының ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре уның тормош юлын дауам итәләр. Фронтовиктың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, батырлығына һоҡланып, ғорурланып, уның хаҡындағы иҫтәлекте мәңге хәтерләп йәшәй.
Талип Аетбаев исеме тыуған илгә һөйөү, ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып ҡала.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың батырлығы бөгөнгө көндә лә онотолмай.
Улар мәңге хәтерҙә.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей