Изге Рамаҙан айы!
Изге Рамаҙан айы,
Мөбәрәк булһын.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмден изге Рамаҙан айы һәм бөйөк ураҙа ғәмәле тураһында беҙгә әйтеп ҡалдырғандарынан :
"Аллаһ Тәғәлә :" Минең өсөн булған ураҙаны мин үҙем булэклайэсакмен ", - тигән."
Ураҙага бер нимә лә тиң була алмай "
10 апрель кис, ут күршеләребеҙ, Һултантимер ағинәйҙәре Яманһаҙ ауылы "Фәтихә" ойошмаһы ҡатын-ҡыҙҙарын ифтарға йыйҙы. Аят бағышлағандан һуң ағинәйҙәр ифтар ашын тәҡдим итте,өҫтәл һый - ниғмәттән һығылып торҙо,ауылдың ағинәйҙәре тарафынан әҙерләнгән аштары, бәлештэре, тәмле былауы менән һыйлап-һыйлап ҡайтарҙылар. "Фәтихә"ләр исеменән рәхмәттәребеҙ яуһын,сауабын насип итһен. Ҡулдарында ҡот уйнатҡан, егәрле ағинәйҙәрҙең ҡоймаҡ, ҡош теле, сәк-сәктәре, пирогтары бигерәк тәмле,тел йоторлоҡ инде!
Аллаһы тәғәлә һәр ғаиләгә рәхмәтен, бәрәкәтен насип итһен, доғаларыбыҙ ҡабул булһын, иншаллаһ.Тотҡан ураҙабыҙ ҡабул булһын!