Изге маҡсаттар менән йәшәй

Изге маҡсаттар менән йәшәй

Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәргә йәшәүе нисек ауыр икәнен күптәребеҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Уларҙың, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, көслө рухлы булып ҡалырға тырышыуы һоҡланыу тойғоһон уята. Күптәре спорт менән шөғөлләнеп, юғары уңыштарға ирешә. Шундайҙарҙың береһе ул – райондың инвалидтар йәмғиәте рәйесе Миннислам ВАХИТОВ. Миннислам ағай Салауат районында ғына түгел, бар Рәсәйҙә билдәле һәм хөрмәткә лайыҡ кеше. Йәш сағында уҡ ул еңел атлетика, саңғы спорты менән шөғөлләнгән. Саңғысылар араһында иң яҡшыһы булараҡ, ул район данын яҡлаған, республика ярыштарында сығыш яһаған. 1976 йылда әрмегә алынып, сержанттар мәктәбендә уҡый. Унда Миннислам Миңлеәхмәт улы взвод менән етәкселек иткән, өлкән сержант булып ҡайта. Әрменән һуң Янғантау мәктәбендә башланғыс хәрби әҙерлек һәм физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Һуңынан ул өйләнеп, Төмән өлкәһенең Нягань ҡалаһына сығып китә. Уларҙың ике ҡыҙҙары тыуа. Әммә ул бында бәләгә тарый. Эшенән ҡайтып барғанда, машина төрттөрә. Ғәйепле водитель, ҡаза күреүсене ярҙамһыҙ ҡалдырып, юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ташлап ҡаса. Үкенескә күрә, операция ярҙам итмәй, Миннислам ағай инвалид коляскаһына ғүмерлеккә бәйле булып ҡала. Ҡатыны ла йәшләй генә яҡты донъя менән хушлаша. Нисек кенә ауыр булмаһын, Миннислам Вахитов был юлы ла бирешмәй, балалары менән ата-әсәһенә Янғантау ауылына ҡайтып, яңынан тормош башлай. Һуңынан ул йүнәлтмә буйынса ауылға эшкә килгән китапханасы Нәфисә Ғафир ҡыҙы менән таныша. Улар бергә була, бер ҡыҙҙары һәм ике улдары тыуа. 1988 йылда илдә инвалидтар йәмғиәте ойошторола. 90-сы йылдар башында инвалидтар өсөн ярыштар үткәрелә башлай. Миннислам ағайҙың спорт рухы уны төрлө ярыштарҙа ҡатнашырға этәргес көс була. Юғары һөҙөмтәләргә ирешеү, һәм шундай уҡ физик проблемалары булған кешеләр менән аралашыу уны үҙ районында инвалидтар йәмғиәтен булдырыуға этәрә. 1997 йылдың 27 авгусында уның тырышлығы менән ойошма эшмәкәрлеген башлай. Урындағы ойошманың дөйөм йыйылышында Миннислам Миңлеәхмәт улы Салауат районы инвалидтар йәмғиәтенең рәйесе итеп һайлана. Шулай итеп, ул үҙ иңенә инвалид һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең мәнфәғәтен яҡлау бурысын ала. Эш уңышлы булһын өсөн уны яҡшы ойоштороу ғына етмәй, ә башҡаларға үрнәк күрһәтергә лә кәрәк. Ярыштарға ойошма етәксеһе тәүҙә яңғыҙы йөрөһә, һуңынан үҙ янына башҡаларҙы ла туплай. “Салауаттар” тип аталған команда йылдан-йыл нығына, тәжрибә йыя. Йыл һайын Бөтә Рәсәй спорт туризмы фестивалендә беҙҙең команда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән спортсылар өсөн етди конкурент булып тора. 2018 йылда район ойошмаһы Президент гранттары фонды ярҙамы менән Малаяҙҙа инвалидтар өсөн "Бөркөт" тренажер залын асыуға иреште. Нәфисә апай бар башланғыстарҙа тормош иптәшен хуплай, уға ярҙам итә. Ул шулай уҡ “Атайсал” проектын тормошҡа ашырыуҙа ла әүҙем ҡатнаша. Уларҙың балалары ла спорт менән дуҫ: улдары – һәүәҫкәр спортсылар, туристар, ә профессиональ тренерҙар академияһын тамамлаған ҡыҙҙары Өфөләге фитнес клубта дәрестәр үткәрә. Миннислам Вахитов Салауат районы хакимиәте ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы ла булып тора. Ул – "Уңайлы мөхит" программаһы буйынса сертификацияланған белгес. Мәҡәлә геройыбыҙ ҙур пландар, маҡсаттар менән йәшәй. Ауырлыҡтар алдында һынмаған райондашыбыз уларҙы бойомға ашырырға, һис шикһеҙ, көс табыр.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей