ИШӘЛЕЛӘ ОҪТАЛЫҠ ДӘРЕСТӘРЕ УҘА!
Ишәле ауылы Мәсетле районында муниципаль этапта үткән «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсында ҡатнаша. Ошо сара сиктәрендә күптән түгел Тахаутдиновтар ғаиләһе яңы пекарня асҡан ине.
Ошо көндәрҙә бында ауыл уңғандары сираттағы аш-һыу оҫталығы серҙәренә төшөнөү дәресенә йыйылды. Татлы күмәстәр һәм "самса" әҙерләү технологияһын үҙләштереүгә бағышланды был көн.
Ике төрлө ризыҡтар ҡулланмаға алынды. Ит һәм ҡабаҡ төп эслектәр булып торҙо.
Фәниә Илһам ҡыҙы ире Рәлиф Рафаэль улы һәм улдары Радим, Урал, Фуат, Динис ярҙамында тыуған ере һәм яҡташтары өсөн күп нәмәләр эшләне. Уның башланғысында һәм матди ярҙамында Ишәле ауылы клубында капиталь ремонт яһалды: ҡыйыҡ профтүшәмә менән ябылды, бина сайдинг менән тышланды, сүкелгән ҡоймалар һәм пластик тәҙрәләр ҡуйылды. Шулай уҡ Фәниә Илһам ҡыҙының инициативаһы һәм бағыусылыҡ ярҙамы менән ауылда “Илһам” мәсете төҙөлдө, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға стела ҡуйылды, балалар майҙансығы йыһазландырылды. Үткән йыл «Айыҡ ауыл» конкурс сиктәрендә ауылдың үткәненә, хәҙергеһенә һәм киләсәгенә арналған ҙур “Ишәлем, Һоям – тыуған оям” байрамы уҙғарҙы.
Шулай уҡ ул Ишәле ауылы тарихы, уның кешеләре тураһында яңы китап сығарыуҙы илһамландырыусы булды.
Анфиса Ишмөхәмәтова