Иртәселдәр уңа

Кесе йома көндө Иҫке Собханғол баҙары гөрләп тора – сауҙалашҡаны, былай ғына әйберҙәргә күҙ атып, ваҡыт үткәреп йөрөгәне лә, ҡайҙандыр базанан барып алғанын ике-өс хаҡҡа арттырып һатҡаны ла үҙенең хужалығында етештергән аҙыҡ-түлеген тәҡдим иткәне лә - барыһы ла бар. Шуның өсөн дә баҙар бит ул.

Баҙарға ингән ерҙә уң яҡта ярайһы ғына сират теҙелеп киткән. “Миңә ҡалдымы, миңә ҡалдымы?”-тип сабырһыҙланғандары ла бар.
Ҡолғананан КФХ етәксеһе Рәмзилә Ғәйетбаева һөт продукттары менән һатыу итеп тора икән.

- Әлеге ваҡытта дүшәмбе һәм кесаҙна көндәре баҙарға 60-70 литр һөт алып килеп һатабыҙ. Ҡаймаҡ, эремсек, ҡорот, май, иретелгән һары май ҙа – бөтәһе лә бар. Һөттө ауылдағы магазинға ла ултыртабыҙ. Бында даими һатып алыусыларыбыҙ бар. Һөт продукттарын теләп алалар, - ти Рәмзилә Хажиәхмәт ҡыҙы.
Рәмзиләнең урынбаҫары булһа ла, бөтә мәғлүмәтте үҙенә туплаған үҙе йүнсел, үҙе уңған, үҙе иртәсел Сәлих Ишбирҙе улына һүҙ юҡ: “ Һауын һыйырҙары ғына 41 баш. Әле һәптеюҡ һыйыр быҙауланы. 20 баш тана-торпо, 3-4 баш йылҡы малы – малыбыҙ етерлек. Һыйырҙарҙы Гөлсирә Зәйнуллина менән Рәмзилә үҙе һауа. Шөкөр, бесән етә. Йыл әйләнәһенә ашатырлыҡ фуражды көҙгөлөк осһоҙ сағында алып ҡалабыҙ. 6-сы класта уҡыусы төпсөгөбөҙ Иҙел һыйырҙарға өйрә бешереүҙә, фураж һалдырыуҙа, мал аҫтын таҙартыуҙа бына тигән ярҙамсы инде. Бында алып килгән һөт быҙауҙарға эсергәндән тыш ҡынаһы. Һыйырҙарҙың яртыһы имен-аман быҙауланы. Йәйгеһен малдарҙы Ғәлиәкбәр уҙаманы Фаил Әминев көттө. Бик яҡшы көтөүсе булып сыҡты ул. Әле үҙем ҡарайым.

Йәйге осорҙа күрше Килдеғолдан да һөт йыйҙыҡ. Һеңлем Нәзилә Исҡужина ярҙам итте. Байғаҙынан да халыҡтан һөт йыйып тапшырҙым. Эшселәргә эш хаҡын да даими биреп торҙоҡ.

Иртә торһаң, теләгең булһа, эш бара ул, һис ҡарышмай – бына минең иртәнге эшем көн дә таңғы биштә башлана”, - ти Сәлих, эшенән һәм тормошонан бик ҡәнәғәт булып.

Эйе, крәҫтиәнгә, уңышҡа ирешер өсөн, ҡояштың үҙенән дә иртә торор, эш айырмай эшләр, маҡсатҡа ынтылыр кәрәк. Ҡолғана уңғандары Ғәйетбаевтар нәҡ шулай итә лә инде.

Айсылу Гарифуллина

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей