Илкәнәйҙә һөт эшкәртеү цехы асыла

Тимур Иҙрисов әллә ҡасандан бирле һөйләне: Илкәнәйҙә завод төҙөйбөҙ. Күптәр баш сайҡаны, ниндәй завод, булғандарын ябып бөтөп баралар. Тик Илкәнәй ауыл хакимиәте алдына алғанын ҡуя белмәне, күптәр, бәлки, КАМАЗ, КүмАПП кеүек заводты күҙ алдына баҫтырғандыр, бында һүҙ ҙур булмаған һөт заводы тураһында бара ине.
Бына был турала Юшатыр нимә яҙғайны:
- Ташландыҡ бинала ярайһы ғына ремонт башҡарылған, алда тағы ла әллә күпме эш көтә. Һөт эшкәртеү заводы асмаҡсылар илкәнәйҙәр. Йәмғеһе барыһы өсөн (сепаратор, һыуытҡыс, тағы әллә нәмәләр) 2,8 миллион һум самаһы аҡса кәрәк. Бар һөттө ошо тирә-яҡтағы ауылдарҙан йыйһаң да етә, бер кеше бер һыйыр тотоп та, һөтөн заводҡа тапышырып, айына 10 мең һум аҡса эшләй аласаҡ ти Тимур Нәсибулла улы. Ә бер нисә һыйыр тотһаң, Себер яҡтарың ары торһон. Литрын 20 һумдан алһаҡ та халыҡҡа барыбер файҙа - Күмертауға һөт һатырға шешә йөкмәп йөрөргә кәрәкмәй, бензин да ҡыйбат, ваҡыт та әрәм булмай.
Кисә ҡорамалдар ҡайтты. Илкәнәйҙәр хәҙер һөт державаһына әүерелерме - был турала Юшатыр ентекләберәк белешер.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей