Ил тарихын һөйлəй яҙмыштары

Һөйлəһəң, китап яҙырлыҡ, тип үҙ яҙмышы тураһында һөйлəй башланы Нəҡиə Хəмитова. Ул 1927 йылдың 20 октябрендə Ялсыҡай ауылында, Ғибəҙулла һəм Нəғимə Хөсəйеновтар ғаилəһендə 3-сө бала булып тыуа. Атаһы Ғибəҙулла Ғилəжетдин улы 1902 йылда ошо уҡ Ялсыҡайҙа тыуа. 1928 йылда колхоз ойошторола башлағас, уны төҙөшөп йөрөй. Тимер сым һуҙып, “тəрилкə” ҡуйып радио ла һөйлəтə ул. Егет сағынан иптəштəрен йыйып, төп ролдəрҙе башҡарып, спектаклдəр ҡуйып уйнайҙар. Мəлəүез ҡалаһында 15 көнлөк курстар уҡып, колхозда хисапсы булып эшлəй. Дуҫ булып йөрөгəн иптəштəре, “беҙҙəн алда кеше була, ул кулак”, тип ике ҡулынан шаҡарып бəйлəп, 2 һыбай ҡамсылап, йəйəүлəтеп Мəлəүезгə алып китəлəр. 30-сы йылдарҙа репрессиялар, "кулак”тарҙың мал-донъяларын тарҡатыу, ғаилəлəрен һəм үҙҙəрен һөргөнгə ебəреү заманалары башлана. Алдынғы ҡарашлы, эшсəн кешелəр ил дошмандарына əйлəнə. Ғибаҙулланы Белорет яҡтарына, ҡул көсө менəн урман ҡырҡыу эшенə 3 йылға һөргөнгə ебəрəлəр. 1931 йылда, арбаға ултыртып, 3 бала менəн ғоманлы Нəғимəне Өфө яҡтарына, Уфимка йылғаһы буйына эшкə ебəрəлəр. «Хəтерҙə ҡалғандарҙан, ҡапҡа тышында егеүле арба, балаҫмы, кейеҙме түшəлгəн, беҙ арбала ултырабыҙ, ылаусыһын белмəйем. Арба ҡуҙғалып киткəн ине, арттан берəү “Нəғимə еңгə! Балаларыңа ашатырһың” – тип йүгереп килеп ярты икмəк ырғытты. Ҡайҙа, нисек барғаныбыҙҙы белмəйем» - тип иҫлəне Нəҡиə инəй. Барактарға таратып, урынлаштыралар уларҙы. Ҡатлы-ҡатлы төҙөлөш барған урындарҙа, ҡалыпҡа һалып кирбес-раствор ташый əсəһе Нəғимə. 1934 йылда поезд менəн Черниковка станцияһына, һөргөндəн аталары ҡайтып төшə, күптəр юлда ҡайтҡанда үлеп ҡала. Атаһы нығынып, хəл ингəс «Машиностроитель» заводына прораб-десятник булып эшкə төшə. Иртəндəн заводта эшлəһə, кискеһен мəктəптə ликбез программаһы буйынса уҡытыу эшен алып бара.Төрлө ойошмалар өсөн туҡымаларҙа вывескалар яҙа. Нəҡиə лə атаһы, əсəһе менəн бергə йөрөп, 4 класс тамамлай. 1936 йылда Хөсəйеновтар ғаилəһендə тағы бер бала тыуа. Шулай арыу ғына йəшəй башлағанда, 1937 йылдың 27 апрелендə Ғибəҙулла яңынан репрессия "дауылына" элəгə, тикшеренеүҙəр башлана, уны һаҡ аҫтына алалар. Ғаилəһен ҡайғыға һалып, «халыҡ дошманы» тип уны шул йылдың октябрендə атып үлтерелəлəр (1958 йылда ғына Өфөлəге булған суд, Ғибəҙулла Ғилəжетдин улын аҡлап, ғəйепһеҙ булғанын раҫлай). Биш бала менəн əсəне Өфөнəн Ҡариҙел районына, Иҙел буйына ебəрəлəр. 1938 йылда өлкəн улдары Əнүəр ФЗО-ла уҡып сыға. Ҡариҙел быяла заводына эшкə керə, малай һəм əсəһе ғаилəне ҡарайҙар. 1941 йылда Германия һуғыш башлай. Əнүəр, ғаилəһен тыуған районына, Ялсыҡайға ҡайтарыуға ирешə, алдан уҡ һылыуы Зөбəржəт менəн Рəфҡəт ҡустыһын туғандарына ебəрə. Һалсы табып, йылға буйлап əсəһе менəн бəлəкəс ҡустыһын алып ҡаса, Нəҡиəне Стəрлетамаҡ ҡалаһына оҙатып тора (əсəһе уны 1942 йылдың мартында Ялсыҡайға алып ҡайта). Ауылға ҡайтып, бер-ике айҙан Əнүəр Хөсəйенов көҙгөлөктə һуғышҡа алына. Зөбəржəт апаһы Куйбышев ҡалаһына эшкə китə, Центральный телеграфта телеграфистка була. Ə ауылға ҡайтҡас, Нəҡиə үҙе һарыҡ көтөүе көтə. Колхозда эшлəй, МТС трактор бригадаһына учетчик итеп ҡуялар. 1942-43 йылдарҙа, “кулак ғаилəһе”, “дезиртирҙар” тип Хөсəйеновтарҙы ауылдан ҡыуыуҙар башлана. Əнүəр Ағайҙары Донской казачий кавалерия дивизияһы командиры була. Был йəберлəүҙəр тураһында Нəҡиə ағаһына хат яҙа. Сержант Əнүəр Хөсəйенов хеҙмəт иткəн дивизия менəн Сталин һəм Буденый ғына командовать итə, ағаһы был хəл тураһында Сталинға жалоба-хат яҙып ебəрə. Һəм Мəскəүҙəн распоряжение ебəрелə, ҡайҙа йəшəһəлəр, шунда йəшəһендəр, тип Өфөгə, районға хəбəр килгəн. Ҡулдан яҙылған мисəтле ҡағыҙ бирелə, уның менəн паспорт алырға була тиелə унда. Һуғыш йылдарында һалым йыйыуҙар башлана. Пландары ла ҡуйылған: 40 кг ит, 2 центнер картуф, 200 йомортҡа, 400 литр һөт. Əсəһе ғаилəне ашатып туйындырыу өсөн йөн илəп, шəл бəйлəп һата, кəзə ала. Кəзəне бəрəсе менəн бергə, Зəк-Ишмəттəн Əхмəтов тигəн агент килеп, налог бурысығыҙ бар, тип уны мөгөҙөнəн һөйрəп алып китə. Ғаилəнең башҡа малдары ла булмай. Шулай бер ваҡыт Нəҡиəне контораға саҡырталар, райондан бер ир кеше һəм ауыл бригадиры Абдулла Рахманғоловтар була. Рус кешеһе «Скот есть?» - тип һорай ҡыҙыҡайҙан. Бригадир малдары булмауы тураһында өндəшкəс, унан ҡултамға алып, Нəҡиəгə “Вы больше налог платить не будете”, тип ҡайтарып ебəрə. Əнүəр ағаһы ла фронттан аҡсалата ярҙам ебəрə башлай. Əнүəр Хөсəйенов ике ай подготовка үтеп, Ленинград фронтына элəгə. Сталинградта яралана, ялан госпиталендə дауаланып сыҡҡас, уны Донской казачий кавалерияға ебəрəлəр. Комсомолға алына, парторг та була. Үҙенең казактары менəн мəңге ҡар ятҡан Эльбрус, Альп, Тань-Шань, Кавказ, Памир тауҙарын, ҡайһы саҡ 4-əр көн ашамай-эсмəй поход менəн үтеп, ҙур ҡыйынлыҡтар менəн йырып сығалар. Сержант Хөсəйенов 9 тапҡыр яраланған була. Сатанлап йөрөүенə лə, сулаҡ булыуына ла ҡарамаҫтан, тел менəн командовать итеп, һыбайлап йөрөй ул. Оҙаҡ йылдар һуғыш яландарында йөрөгəн ағаһының фотокарточкаһын һорап яҙғас, “һуғышта карточка төшөрмəйҙəр шул”, - тип яуаплай Əнүəр. Өҫ-башты рəтлəп һуғышҡа инə уларҙың дивизияһы, атаканан сыҡҡас та формаларын (зəңгəр китель, “гладкий” салбар, йондоҙло фуражка, ҡайыш, хром итектəрҙе) тəртипкə килтереп, учение үтеп, аттарҙы ҡарап, эйəр-ҡоралды ремонтлайҙар. «Яуҙан сыҡҡас иптəштəремдең түгел, үҙемдең исем-шəрифемде əйтə алмай торған саҡтар ҙа булды. Һуғыш шул тиклемгə еткерə», - тип яҙа ул туғандарына. 251 атакаға инеп, иҫəн сыға ҡыйыу һалдат Əнүəр Хөсəйенов һəм 252-һендə һəлəк булып ҡала. -Беҙҙең бала, үҫмер саҡ ауыр йылдарға тура килде. Бала саҡтан эшен дə, нужаһын да күрҙек. Колхозда эшлəгəн ваҡытта, сəсеү мəлендə киске сменаларҙа эшлəп, “тараҡан” тип йөрөтөлгəн тракторҙар алдынан фонарь яҡтыртып та йөрөнөк. Таймаҫ силсəүитендə йəйəүлəп почта ташыусы ла булдым мин. 1945-1946 йылдарҙа 6 класс белемен алдым, артабан уҡыу тəтемəне. 1946-сы йылдан Ырғыҙлыға урман ҡырҡырға ебəрҙелəр, һал ағыҙҙыҡ, - тип хəтер яңыртты Нəҡиə инəй. 1951 йылда ул фронтовик Хəмитов Нəсибулла Фəтҡулла улына тормошҡа сыға. 2 йыл əрме хеҙмəтендə, 5 йыл һуғышта йөрөгəн тормош иптəше Нəсибулла сабыр холоҡло, үҙ көсөнə генə ышанып йəшəгəн кеше була. Ул дəүлəттəн тейешле түлəүҙəрҙəн лə, торлаҡтан да баш тарта. Хəсрəтле һуғыш юлдары тураһында ла һөйлəргə яратмаған ул. Хəмитовтар ғаилəһе лə 5 бала тəрбиəлəп үҫтерə, ə хəҙер Нəҡиə инəй 20-гə яҡын ейəн-ейəнсəрҙəренə, бүлə-бүлəсəренə лə өлəсəй. Нəҡиə Ғибəҙулла ҡыҙы тыл һəм хеҙмəт ветераны, əлеге ваҡытта Күмертау ҡалаһында фатирлы булып, дəүлəттең ярҙамына шөкөр итеп донъя итə. Фəжиғəле репрессия, ауыр һуғыш йылдары заманаларында йəшəгəн халыҡ ҡыйыу рухлы һəм илһөйəрҙəр булыуы - кешелектең билдəһе. Үҙ яҙмышы менəн улар тарих һөйлəй. Л.КƏРИМОВА 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей