Игенселәр өсөн ҡыҙыу осор

Беҙҙең бурыс — орлоҡто дымлы тупраҡҡа һалып ҡалыу. Шуға күрә көндәр аяҙға тартыу менән дым ҡаплау, ерҙе тырматыу, күп йыллыҡ сәсеүлектәрҙе өҫтәмә туҡландырыу эштәрен әүҙемләштерәсәкбеҙ.

— Ямғырҙар башланғанға хәтлем районда байтаҡ майҙанда дым ҡаплау эштәре алып барылды. Аяҙ торған бер нисә көндә был мөһим агротехник сараны «Аграрий» һәм «Башаҡ»  хужалыҡтарынан ҡала, фермерҙар Сергей Старцев, Владимир Серпков, Әхәт Мортазин, Игорь Батраев та башланы, — ти район хакимиәтенең ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов. — Әйткәндәй, ҡыш ҡарлы булһа ла, тупраҡтағы дым артыҡ күп түгел ине, был шифалы ямғырҙың ерҙе дымға туйындырыуы ҡыуаныслы. Беҙҙең бурыс — орлоҡто дымлы тупраҡҡа һалып ҡалыу. Шуға күрә көндәр аяҙға тартыу менән дым ҡаплау, ерҙе тырматыу, күп йыллыҡ сәсеүлектәрҙе өҫтәмә туҡландырыу эштәрен әүҙемләштерәсәкбеҙ. Унан инде, аҙна-ун көндән сәсеүҙе башларға ниәт.
Ғәлим Наил улы әйтеүенсә, быйыл 68,5 мең гектар майҙанда яҙғы сәсеү эштәрен башҡарыу бурысы тора, шуның 42 меңен иген культуралары биләйәсәк, 18 мең гектарҙа техник культуралар сәселәсәк.
Автор:Рамиля Истанбаева.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей