ҺЫЛЫУБИКӘНЕҢ ҺЫЛЫУ ҠЫҘҘАРЫ

Баланың балаһы балдай татлы, тиҙәр. Ә бына Алайғыр ауылында йәшәүсе Һылыубикә Хәсәнова ейәнсәренең ейәнсәрен һөйөү бәхетенә эйә

Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан бер ғаиләнең биш быуын вәкиле менән осраштыҡ. Бындай бәхет бик һирәктәр өлөшөнә төшәлер, моғайын. Ғаиләнең иң өлкән вәкиле Һылыубикә Хәсәноваға быйылғы май айында 102 йәш тулһа, уның ейәнсәренең ейәнсәре Алинаға ни бары 6 йәш.

Һылыубикә әбей тыумышы менән Ҡустығол ауылынан. Ул 18 бала тәрбиәләнгән бик ишле ғаиләлә тыуа. Революция йылдарында тыуған әбейҙең ғүмер юлы ил яҙмышынан айырылғыһыҙ: ил ни күрә, ул шуны татый.

Аслыҡты, яланғаслыҡты, ҡоролоҡто, ҡатын-ҡыҙ елкәһенә төшкән ауыр хеҙмәттең барыһын да кисерә. Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы, унан һуңғы йылдарҙағы ауырлыҡтар ҙа уның иңенә төшә. Эшкә талымһыҙ, ҡыйыу ҡыҙ 16 йәшендә тракторсы булып та эшләй хатта. Шул саҡта тимергә эләгеп, аяғы имгәнеп, ғәрип булып ҡала. Шулай ҙа эштән туҡтамай - сөгөлдөр үҫтерә, звеновод була, тимер юлында ла хеҙмәт итә. Белемгә ынтылған зирәк ҡыҙҙы аталары бик уҡытаһы килһә лә, ауыр заман булғанлыҡтан уй тормошҡа ашмай. Кейәүгә сығып, артабан тормошон берҙән-бер ҡыҙы Бүләкбикәгә бағышлай. Уны үҙе кеүек эшһөйәр, баҙнатлы итеп үҫтерә.

Бар эшкә лә өйрәнеп үҫкән ҡыҙҙы туғандары бик иртә димләп, риза булмай ҡарышһа ла, кейәүгә биреп ебәрәләр. Шулай 18 йәшлек кенә көйө ул Алайғырға килен булып төшә. Эшкә тырыш ҡатын ең һыҙғанып донъя көтөргә тотона. Ире менән 6 балаға ғүмер биреп, уларҙы лайыҡлы тәрбиәләйҙәр. Ул кейәүгә килгәне бирле колхоз эшендә алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт итә. Фермала һауынсы була, уның араһында сөгөлдөр үҫтерә, ауыл һыйырҙарының һөтөн дә йыйып, Ефремкинға ташый. Ун йыл тирәһе Стәрлетамаҡ районындағы совхозда ла йәшәп алалар. Әлеге көндә Илтуған ауылында тора.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей