Хужалығы ныҡтың – биле ныҡ
Һуңғы йылдарҙа төбәгебеҙҙә фермерлыҡ хәрәкәтенең ныҡлы тамыр йәйеүе, кооперация йүнәлешенең ышаныслы аҙымдары, милләттәштәребеҙҙең ер эшенә йөҙ бороуы күҙәтелә. Был, әлбиттә, ҡыуаныслы күренеш һәм бында федераль, республика кимәлендәге дәүләт программалары ла ҙур роль уйнай. Уларҙы тормошҡа ашырыуға район хакимиәтенең ауыл хужалығы секторы тос өлөш индерә.
Мерәҫ ауылынан Ғиззәт Ямантаев та, башҡа бик күп фермерҙар кеүек, үҙ эшен тап дәүләт ярҙамы алып башлап ебәрә һәм бөгөн аяғында ныҡ баҫып торған эшҡыуарҙарҙың береһе. Хәйер, Ғиззәт Ғәбит улы был аҙымға бай тәжрибә туплап килә. “Йылайыр” совхоз-техникумының агрономия бүлеген уңышлы тамамлаған белгес хеҙмәт юлын туған хужалығында – “Таналыҡ” колхозында агроном-орлоҡсо булып башлап, бригадир, баш агрономғаса үрләй. “Урал аръяғы” МТС-ының Баймаҡ филиалында производство буйынса директор урынбаҫары булып эшләү уның ойоштороу һәләттәрен аса.
Бынан биш йыл элек ауыл хужалығы өлкәһендә етерлек тәжрибәһе булған белгес ныҡлы ҡарарға килә – малсылыҡ менән шөғөлләнеү маҡсатында үҙенең фермер хужалығын булдырырға ҡарар итә.
“Эш башлаусы фермер” программаһында еңеп сыға һәм дәүләт ярҙамына 31 баш тана, пресс-йыйғыс һатып ала. Шул мәлдән алып производство үҫә, техник потенциалды, төп фондтарҙы нығытыу маҡсатлы алып барыла. Бөгөн инде “Ғ.Ғ. Ямантаев” КФХ-һында 75 баш һыйыр малы аҫрала, улар һаны йылдан-йыл арта бара. Машина-техника паркы МТЗ-80 тракторы, ГАЗ-53 автомашинаһы, башҡа ауыл хужалығы машиналары менән тулылана, фермер элекке хужалыҡтың буш торған ике малсылыҡ базаһын һәм гаражын һатып ала.
Әлбиттә, малсылыҡ менән маҡсатлы шөғөлләнеү өсөн етерлек мал аҙығы базаһы булдырыу мотлаҡ. Тәжрибәле агроном булараҡ, Ғиззәт Ямантаев иген һәм мал аҙығы культуралары сәсеү мөһимлеген яҡшы аңлай һәм былтыр үҫемлекселеккә тотонорға йөрьәт итә. Бөтәһе 200 гектарҙа пай ерен ҡуртымға ала һәм унда иген культуралары сәсә. Быйыл майҙандарҙы тағы ла арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя фермер һәм иген культураларынан тыш, мал аҙығына ла йөҙ бормаҡсы – аҡтамыр менән иген ҡатнашмаһы үҫтерергә ниәтләй. Бының өсөн етерлек орлоҡ та тупланған.
Производствоны артабан үҫтереү өсөн “Ғ.Ғ. Ямантаев” КФХ-һы мал һанын, сәсеүлектәрҙе арттырыуҙы, техник потенциалды нығытыуҙы күҙ уңында тота.
– Беҙҙең Урал аръяғы төбәге шарттарында ауыл хужалығы тармағы менән шөғөлләнеү еңелдән түгел, әлбиттә, – тип билдәләй фермер, – әммә тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ булғанда тейешле һөҙөмтәгә ирешергә, киләсәккә ниндәйҙер өмөттәр ҡорорға мөмкин. Бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа тап ер эше менән булышыу отошлолор тип уйлайым һәм үҙемде ошо тармаҡҡа арнағаныма бер ҙә үкенмәйем.
Хужалығы ныҡтың – биле ныҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ. Был фекерҙе беҙ “Ғ.Ғ.Ямантаев” КФХ-һы миҫалында ла асыҡ әйтә алабыҙ.
Азамат МөХӘМӘТШИН