Һуңғы гектарҙарҙа...

Район баҫыуҙарынан иген культураларының уңышы йыйып алынды, бөгөн нигеҙҙә майлы культуралар — етен, көнбағыш урып-һуғыла. Уңышы алынған баҫыуҙарҙан һалам бесәнлектәргә, ферма ихаталарына ташыла.Район баҫыуҙарынан иген культураларының уңышы йыйып алынды, бөгөн нигеҙҙә майлы культуралар — етен, көнбағыш урып-һуғыла. Уңышы алынған баҫыуҙарҙан һалам бесәнлектәргә, ферма ихаталарына ташыла.

Уҙған аҙна башында «Завет» хужалығында булғанда эшсәндәрҙең бесән әҙерләүҙе тамамлаған ваҡыттарына тура килдек.
— Күп йыллыҡ үләндәр сәселгән баҫыуҙан һуңғы центнерҙар йыйып алынды. Әле бына рулонға өйөрөлтөлгән төктәрҙе Гусев фермаһына ташыйбыҙ, — тип һөйләй ҡырсылыҡтағы иҫәп-хисап эштәр өсөн яуаплы булған Мөхәмәҙей Ғайсин.
Сабылған күп йыллыҡ үләнде МТЗ тракторҙарында Фәрит Абдрахманов менән Дамир Шаһивәлиев йыя ине. Әҙер төктәрҙе механизатор Зәйнетдин Ғафаров водитель Дамир Һатлыҡовтың КамАЗ машинаһына тейәп оҙатып тора.
— Ураҡты тамамланыҡ: сәселгән бөтә культураларҙың уңышы йыйып алынып, ырҙын табағына келәттәргә һалынды. Бесәнде лә бөгөн әҙерләп бөттөк инде. Әле баҫыуҙа булған һаламды сығарыу дауам итә. Йыл ҡоро килгәнлектән бер һәм күп йыллыҡ үләндәрҙең уңышы мул булманы, шулай ҙа ҡышҡылыҡҡа етерлек мал аҙығы запасы туплай алдыҡ. Һалам-бесән һыйыр малдары өсөн Гусев, Первомай фермаларындағы бесәнлектәргә һәм Юлдашта торған һарыҡтарға ташылды. Шулай уҡ фураж игене лә етерлек күләмдә һалынды: әле уның менән Юлдаш фермаһында аҫыралған ҡаҙҙарҙы һимертәбеҙ, шулай уҡ ҡыш буйына һыйыр малдарына өҫтәп ашатыуға ла иҫәпләп тупланған, — ти хужалыҡ етәксеһе Ғамир Ғәлләмов.
Һүрәттә: Мөхәмәҙей Ғайсин һәм Зәйнетдин Ғафаров.

Автор:Рамиля Истанбаева

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей