Һунарсы тигән даны бар...

Ҡыҙыҡ, донъялар алмашына: элегерәк беҙ урамдан машина үтеп барһа йә тәҙрәгә йомолоп, йә урамға йүгереп сығып ҡарап ҡала инек, ә хәҙер ыжламайбыҙ ҙа. Машина күп, урамда, хатта оло юлда торған малдар ҙа әйләнеп ҡарамай, ә бына саналы ат үтеп барһа—танһыҡ, күреп ҡалырға тырышабыҙ: санаһы ла, атының еңелсә юртып барыуы ла күңелгә яҡын, санаһындағын танығы килә.

Беҙҙең Килдеғолда ата-бабалар рухын һаҡлап, боронғолоҡто йәшәтеп, саналы атта йөрөүсө икәү бар. Уларҙың береһе  - Исхаҡов Хәбир, аты-ние менән хатта «ҡыҙыл китап»ҡа индерерлек.

Кем нисектер, ә беҙҙең Хәбир атһыҙ, этһеҙ, мылтыҡһыҙ һәм урманһыҙ йәшәй алмай. Улар Хәбирҙең йөрәк түрендә, ҡанында. Атаһы Әмир ағай Исхаҡов та шулай булды, алдынғы колхозсы, өҫтәүенә, атаҡлы һунарсы ине. Аулаған айыу-бүреләре 60-лап булды. Тау артындағы йыуан ҡарағайҙа ҡоролған таҙғағының һайғауҙары әле булһа һаҡлана, үткәндәрҙе, ҡыйыу һунарсы ауылдаштарын белһендәр, тип, уҡыусыларҙы алып барып, тарихын һөйләп, таҙғаҡты күп күрһәттем.

Әмир ағай менән Гөлнур апай ете бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Бәләкәй сағымдан хәтеремдә, улар тәүҙә беҙҙән өй аша ҙур булмаған йортта йәшәнеләр. Һуңынан түбәндә, ауылға ингән ерҙә иркен һәм матур йорт һалып сыҡтылар. Ауыл осонда булғанғамылыр, әллә хужаларҙың яҡты йөҙө, киң күңеле, ҡунаҡсыллығы тартып торҙомо, Урал йәйләүҙәренә барыусы-ҡайтыусылар, башҡа юл-йөрөмселәр тәүҙә уларҙың ишеген шаҡыны һәм был йортта йылы тапты.

Шундай ғаиләлә үҫте Хәбир. Ғәфүр ағайы, Хәлим, Ғәлим ҡустылары кеүек үк бәләкәйҙән йорт эшендә лә, колхоз эшендә лә атай менән бергә булды. Әйткәндәй, Әмир ағайҙың талҡан үтә ҡоро ине - малайҙарын ҡатынҡы, эшкә бешеле итеп тәрбиәләне.

Малай ғына сағынан атҡа атланды Хәбир, йәйгелек һәр иртәлә урмандан атайҙың атын табып алып ҡайтыу үҙе бер ҡыуаныс ине. Шул саҡта башланды ла инде уның тилберлеге, урманға ылығыуы.

Колхозда бесән осоро етһә, Әмир ағай ат косилкаһына пар аттар егеп, звенонан ун көн алдан Ҡолғананан ары бесән сабырға китер ине. Сәй ҡайнатырһың, тип бәләкәй Хәбирҙе лә үҙе менән ала.

- Йыл һайын ҡыуышта йоҡлап йөрөп, Кәркәбарҙа бесәндә яттыҡ, — тип һөйләй Хәбир. - Өлкәнәйә бара силос, сенаж һалыуҙа, бесәнселәр звеноһында, һалам өйөүҙә йөрөнөм, малсыларҙы алмаштырып, ҡышҡы каникулда фермала эшләй торғайным.

Армиянан һуң Бөрйәндә тракторисҡа, Йылайырҙа веттехникка уҡый. Ике йыл тракторҙа, өс йыл ветеринар булып эшләй.

Бер осор “Урал” колхозы йылҡысылыҡҡа иғтибарҙы көсәйтте, хатта ҡымыҙ фермаһы булды. Хәбирҙең йөрәгендә бит инде ат, йылҡыға күсә. Аталы-уллы Хәйҙәр, Фәнил Әйүповтар һәм ағаһы Ғәфүр Исхаҡов менән ат ҡарап көндәре, айҙары, йылдары урманда үтә. Хәйҙәр ағай менән Ғәфүр бейәләрҙе, эш аттарын ауылда ҡараһа, Хәбир менән Фәнил тай-тулаҡты ҡышлауҙа көтәләр.

–Туғыҙ йыл Яланйылғала ҡыш сыҡтыҡ, - тип һөйләй Хәбир. — Унан ауылға ҡайттыҡ. Йылҡылар өсөн Бертеш яғында йәйге кәртә тоталар, малҡайҙарҙы тоҙҙан, һолонан өҙмәҫкә тырышалар.

Көн дә урман гиҙеү ҡанда булғанды уятып ебәрә лә инде, аусы ҡомары йоҡҡан Хәбир йәшләй генә һунар итә башлай. Айырыуса бүре аулауға әүәҫләнеп ала. Ә инде төлкөгә, бүрегә һунар итеүселәр беҙҙә ҙур почетта. Сөнки яҡшы беләбеҙ: ҡалала, йылы һәм яҡты кабинетта йомшаҡ креслола ултырған ҡайһы берәүҙәр өсөн генә ул бүре - санитар, хатта докторлок диссертацияһы яҡларға мөмкин, ә бына мал көсөнә таянып йәшәгән ауыл кешеһе өсөн ул иң зыянлы йыртҡыс, бер төндә кәртәңдәге бөтә һарыҡтарыңды тамаҡлап сығырға мөмкин. Бындай миҫалдар күп бит инде хәҙер.

Утыҙ йылдан ашыу һунарсылар йәмғиәтендә ағза булып торған Х. Исхаҡовты районда ла, башҡа яҡтарҙа ла ҡурҡыу белмәҫ бүре аулаусы тип беләләр, ҡыҙыҡһыныусылар әллә ҡайҙарҙан киләләр, бүре тиреһе һорайҙар. Һарғаялағы Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы музейына ла Хәбир тотҡан бүре ҡатырып ҡуйылған.

-Төлкөнө һанап тормайым, алған бүреләремдең һаны 42-гә етте,— ти тәжрибәле һунарсы.- Күберәген ҡапҡанға, тоҙаҡҡа эләктерәм. Эттәрем шәп, бер йылы урманға мылтыҡһыҙ сыҡҡайным, бүре осраны. Эттәрем баҫтырып киттеләр тегене. Мин атым менән ҡыуам. Ҡыуып етеп күҫәк менән туҡмап алдым яуызды. Бүрегә һунар бик хәүефле, ныҡ һаҡ, һиҙгер булырға кәрәк.

Аҡылға һай түгел йыртҡыс. Бер йылы Ваһапов Рәүеф менән Яланйылғала мал көтөп ятабыҙ. Бүрегә тоҙаҡ ҡорҙом. Икәүләп барып ҡараһаҡ, эләккән, ағас төбөндә тора ырылдап. Рәүеф тегегә яҡындағайны, ҡапыл ырғыны, саҡ эләктермәй ҡалды, битен йолҡа тарта ине. Тоҙаҡ торосо оҙон ғына ине шул.

Быйылғыларының тарихы былай: бер ҙур боланды баҫтырып барып Ҡыҙҙаргиткәндә йыҡҡандар ҙа яртыһын ашап киткәндәр. Эҙҙәр буйлап барып, емтек эргәләп тоҙаҡ һалып ҡайта Хәбир. Икенсе барыуына бүре эләгеп олоп ултырмаһынмы. Тоҙағын тағы ҡороп ҡайтһа, йәнә эләккән. Бер-бер артлы өс бүрене ала.

Әле һигеҙ бүре йөрөй эйәртенешеп, тик улар үрҙән был яҡҡа күстеләр, ти. Алтмышын ҡыуған Хәбиргә артабан да йыбанмауын, табышлы һунар теләй ауылдаштары, юғиһә хәҙер бүре күбәйҙе, малға ғына түгел, кешегә, емеш-еләккә тип урманға сыҡҡан ҡатын-ҡыҙға, бала-сағаларға ла ҡурҡыныс.

Хәбир Баймаҡ ҡыҙы Рәмзилә менән ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр, ҡыҙҙары ҡырҙа тормошта, улдары үҙҙәре менән. Вәли ҙә атаһына оҡшап эшкә әрһеҙ, урманда йылғыр.

Исхаҡовтар кәртә тултырып мал тоталар, тиһәм, ҡоро һүҙ генә буласаҡ. Сөнки кәртәң бәләкәй булһа, бер һыйыр менән дә тулып торорға мөмкин. Шуға асыҡлап әйтәм: 6 һыйыр, 5 ат, бер-нисә баш ваҡ мал көтәләр. Йыл да йәй уларҙың күркәләре тау тулып йөрөй торған.

Рәмзилә хат ташыусы булғанында эшкә бик яуаплы ҡарауын күрһәтте. Әле лә тик ятмай, кәсебе бар: магазиндарға ултыртҡан һөтөн шундуҡ алып бөтәләр, үҙҙәренең һыйырҙары быҙаулағансы хәлгә инеүенә рәхмәтле ауылдаштары. Сафина Гөлнара менән ауылдан тәүгеләр булып бына бер нисә йыл инде улар районға һатыу итергә йөрөйҙәр. Баҙарҙа үҙ урындары, өҫтәлдәре бар, тауарҙарын теләп алалар.

Йәшәйем, ғаиләмде йәшәтәм, тигән ауыл кешеһе сосайып, эшен дә, шөғөлөн дә табып тормошон көйләй. Беҙҙең Исхаҡовтар шундайҙарҙан.

Мөнир Фәйзуллин.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей