Һуғыш осоро балаларының хәтирәләре...

Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылынан тыл ветерандары тураһында үҙҙәре яҙып ҡалдырған хәтирәләрҙең тәүгеһен һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ!

                      Ғилманова Тәнзилә Иркәбәй ҡыҙы

- 8-се класты тамамлаған көндө бригадир килеп беҙҙе Стәрле юлын төҙөргә алып китте. Унда беҙ 3 ҡыҙ ат менән балсыҡ ташып торҙоҡ. 2 аҙна эшләгәс, «һуғыш башланған» тигән ҡот осҡос хәбәр килеп етте. Беҙҙе кире ауылға ҡайтарып ебәрҙеләр. Баҫыуҙарҙа игендәр уңған, ямғырлы йыл ине. Шулай юлдан ҡайтып барабыҙ, кешеләрҙең йөҙө ҡайғылы, бөтә ерҙе ҡара һөрөм ҡаплаған, ҡараңғы кеүек тойолдо.

Мин уҡыуымды ташламаным, уҡыным да, колхоз эшенә лә йөрөнөм. Көлтә бәйләнек, уларҙы ташыныҡ.

1942 йылда бригадир өйгә килде лә: «Туғаным, Ғәлимйән абыйҙы ла һуғышҡа алып киттеләр, һин балаларҙы уҡытырға бар инде», - тине. Шулай итеп, иртән үҙем йүгерә-йүгерә дәрескә йөрөйөм, төштән һуң башланғыс кластарҙы уҡытырға барам. Бер ваҡыт гәзиттә Стәрлетамаҡ педагогия институтына саҡырған белдереү күрҙем һәм киттем Стәрлегә уҡырға. Көндөҙ - уҡыуҙа, төндәрен көс етмәҫлек бүрәнәләр тултырылған вагондар бушатабыҙ. Ял көндәрендә колхоздарға эшкә алып китәләр. Урман да киҫтек, ниндәй генә эштәр эшләмәнек. Ашарға шырпы ҡабынан саҡ ҡына ҙурыраҡ опилка ҡушып бешерелгән арыш икмәге, кәбеҫтә һурпаһы бирәләр. Һурпаһында ла 2 киҫәк кәбеҫтә йөҙөп йөрөй.

Ауыр булһа ла, ҡайғырышып ултырманыҡ. Госпиталгә яралы һалдаттарға концерт ҡуйырға йөрөнөк, бер эштән дә ҡурҡманыҡ, ҡайҙа ебәрһәләр, шунда тырышып тир түктек. Эштән кеше үлмәй.

1945 йылда һуғыш тамамланды, мин ҡулыма диплом алдым. Ике шатлыҡ бер юлы килде.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей