Һәр мәсьәлә көнүҙәк
26 февраля 2020
25 февралдә район хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһының ултырышы уҙҙы. Сараны район башлығы Дәмин Юланов алып барҙы. Район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, ауыл биләмәһе башлыҡтары, башҡа ҡыҙыҡһынған хеҙмәттәр ҡатнашҡан ултырышта һалым йыйыу, шәхси секторҙарҙа янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү, урамдарҙы яҡтыртыу, урамдарҙың торошо һәм уларҙы киңәйтеү, алда торған мөһим саралар: 9 Май – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы, Фольклориада, Бөтә Рәсәй халыҡты иҫәпкә алыуға әҙерлек һәм башҡа мәсьәләләр ентекләп барланды.