Һәр көнөнә шөкөр итеп йәшәй ул
Бала саҡ – иң бәхетле, иң ғәмһеҙ, иң ҡайғыһыҙ саҡ тибеҙ. Әммә оло йәштәге инәй-олатайҙарҙың күптәре ғүмер юлдарының был осорон ауыр тойғолар менән хәтергә ала, сөнки уларҙың бала һәм үҫмер саҡтарын ҡәһәрле һуғыш урлаған.
Донъяның барлыҡ әсеһен-сөсөһөн үҙ иңдәрендә татыһалар ҙа, тормоштоң тик матур яҡтарын күреп, бөгөнгө тормоштарына шөкөр итеп йәшәй белеүҙәре менән беҙгә оло үрнәк булып торалар улар. Илтуған ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Бишауыл-Уңғар ауылында ғүмер итеүсе һәм ошо көндәрҙә 80 йәшлек оло юбилейын билдәләүсе Фәнүзә инәй ҙә тап шундайҙарҙан.
Фәнүзә Низамова 1942 йылдың 27 мартында Мөҡәддәс һәм Өмикамал Юнысовтар ғаиләһендә донъяға килә. Ошо уҡ йылды уның атаһын һуғышҡа алалар. “Һуғыш йылдарын хәтерләмәйем, әммә һуғыштан йылғы осорҙар әлегеләй хәтерҙә уйылып ҡалған. Минән алда тыуған бер туғандарым мәрхүм булып бөткәс, мин ғаиләлә иң ҙур бала булып ҡалдым. Ете бала үҫтек, әлеге көндә бишәүебеҙ иҫән. Атайым һуғыштан ҡайтҡас, балаларын ел-ямғыр тейҙермәй генә үҫтерергә тырышты. Башҡалар сабата кейгән саҡта, ул беҙгә быймалар баҫтырып бирә торғайны. Шулай ныҡ ҡараны ул беҙҙе. Ғүмере генә ҡыҫҡа булды, ауыр сирҙән 60 йәштәрҙә яҡты донъянан китеп барҙы. Аллаға шөкөр, әсәйем 86 йәшкә тиклем йәшәп, матур тормошта йәшәп өлгөрҙө”, - тип хәтерләй Фәнүзә инәй һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙы.
Ҡыҙғанысҡа, кескәй Фәнүзәгә рәхәтләнеп мәктәптә белем алырға ла форсат теймәй. Бишенсе класта уҡығанда аяғынан һәнәк үтә сығып, ул оҙаҡ ҡына мәктәпкә йөрөй алмай. Балам атлай алһа ярар ине, тип ҡайғырған ата-әсә уны больницаға күп йөрөтә. Аяғы төҙәлгәс, ҡыҙ бөтөнләй мәктәпте ташлай ҙа, әсәһенә эйәреп, эшкә сыға ла китә. Фермала өйрәктәр үҫтерә, сөгөлдөр баҫыуында эшләй, бесән йыйыуҙа һәм игендең сүбен утауҙа ҡатнаша, урманда һарыҡтарға япраҡ әҙерләй. Шулай уҡ келәттәрҙә ауыр ҡапсыҡ күтәреп ташырға ла тура килә уға.
Ул замандарҙа һарыҡсылыҡ үҫешкән осор. Йәш ҡыҙ һарыҡ фермаһында бәрәс ҡарап, иң алдынғылар рәтенә сыға һәм уны яҡшы эшләгәне өсөн бүләкләп, гәзиткә яҙып сығаралар. Гәзит битендәге һарыҡ бәрәсе тотоп төшкән фотоһы һаман күҙ алдында тора Фәнүзә инәйҙең.
Егерме йәшлек һылыу ҡыҙға Бишауыл-Уңғар ауылынан эш буйынса килгән бер егеттең күҙе төшә. Күп тә үтмәй, был егет ҡыҙҙы урлап, үҙенә кәләш итеп алып ҡайтып китә. Шулай итеп, 20 йәшлек ҡыҙ Бишауыл-Уңғарға килен булып төшә. Оҫта балыҡсы, һунарсы тигән дан алған тормош иптәше Ғәлинур Зәйнәғәтдин улы Низамов хаҡлы ялға сыҡҡансы тимерлектә эшләй. Йәш килен иһә фермала һыйыр һауа, ал-ял белмәй сөгөлдөр баҫыуында көс түгә. “Кешене ризыҡ йөрөтә тиҙәр бит. Минең ризығым ошо ауылда булған инде. Беҙҙең Бишулдың уртаһында ғына йомшаҡ һыулы матур күл урынлашҡан. Килен булып төшкәс, шул күлдән көйәнтәләп һыу ташыным. Эште һайлап торманыҡ, ҡайҙа ҡушалар, шунда бара инек. Эшләмәгән эш ҡалманы, ашлығын да һуҡтыҡ. Төпсөк ҡыҙым Флориданы эргәмә “раскладушка”ға һалып ҡуйып, мәктәп буяп йөрөгәнем әлегеләй хәтеремдә”, - тигән хәтирәләргә бирелә инәй.
Заманында Фәнүзә Низамова Бишауыл-Уңғар ауылының иң оҫта ҡоймаҡ бешереүселәренең береһе иҫәпләнгән. 70 йәшенә тиклем төрлө табындарға тик унан ғына ҡоймаҡ бешертеп алыр булған ауыл халҡы.
Тормош иптәше 68 йәшендә донъя ҡуйғас, инәй яңғыҙы ҡала. Әммә ул әлеге көндә лә бирешмәй, гөрләтеп донъя көтә: һауын кәзәһе тота, уның һөтөн эш итә, баҡсаһын да үҫтерә, йәй көндәре өйрәк бәпкәләре ҡарай. Фәнүзә инәйҙең үҙе үҫтергән ҡабаҡтан әҙерләгән ҡайнатмаһы телеңде йоторлоҡ.
Низамовтарҙың балалары ла үҙҙәре кеүек егәрлеләр. Уларҙың барыһы ла ғаилә ҡороп, матур итеп донъя көтәләр. Өфөлә йәшәүсе Флүр улы төҙөлөштә эшләй. Флүрә Ғәлинур ҡыҙы - район Мәҙәниәт һарайының “Сатҡылар” халыҡ театры режиссеры, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Стәрлетамаҡта йәшәгән Ғәзинур ҙа төҙөлөштә хеҙмәт итә, ә Ҡырмыҫҡалыла төпләнгән кесе улдары Рәфис Себер тарафтарына йөрөп эшләй. Ҡыҙғанысҡа, бала ҡайғыһы кисерергә лә тура килә Фәнүзә инәйгә. “Флоридам Өфөгә йөрөп эшләне. Ауылда ошо кесе ҡыҙым һәм уның улы менән бергә йәшәп ята инем. Бар донъяны ялмап алған ауыр сир төпсөгөм Флориданы яҡты донъяларҙан алып китеп барҙы. Етем ҡалған улын Флүрә ҡыҙым үҙенә тәрбиәгә алды. Шундай ауыр ҡайғы кисерергә тура килде 2021 йылда. Бүтән ҡабатланмаһын инде бындай афәттәр, үтеп кенә китһен, Хоҙайым. Ҡыҙым үҙенең балаһын үҙе үҫтерә алманы. Бала ҡайғыһынан да ауыр нәмә юҡ”, - тип илап иҫкә ала хәсрәтле минуттарҙы һәм:
- Биш ейәнем һәм дүрт ейәнсәремә ҡыуанып, һәр көнгә шөкөр итеп йәшәйем. Алла бирһә, уларҙың да ғаилә ҡорғандарын күрергә, бүлә-бүләсәрҙәр шатлығын кисерергә яҙһын, тип теләп ултырам. Иң мөһиме, донъялар имен булһын”, - тигән изге теләктәр менән һүҙен тамамланы Фәнүзә Мөҡәддәс ҡыҙы.
Ауыр һуғыш йылдарынан һуңғы осорҙоң бар михнәттәрен үҙ иңендә күтәреп, һаман да бирешмәйенсә, тормоштан йәм табып, йәштәргә өлгө булып йәшәүсе Фәнүзә инәйгә оҙон ғүмер һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.
Автор:Розалия Назарова