Һәр көн ҡәҙерле

Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре сәсеүҙе башларға әҙер генә торһа ла, һуңғы аралағы ямғырҙар эшкә аяҡ сала. Көн асылған арала техника үтерлек яландарҙа әлегә дым ҡаплатыу, ужым культураларын туҡландырыу, күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу, туҡландырыу саралары күрелә.

Районда быйыл 20 мең гектарҙан ашыу майҙанды бөртөклөләр биләйәсәк. Бөтә сәсеүлектәрҙең был 55 процентын тәшкил итә. Шуның 14 мең гектарға яҡыны яҙғы иген културалары, 6145 гектары – ужым. Әлегә ужымдың 3 процентының ғына хәле насарыраҡ тип баһалана, белгестәр ошо көндәрҙә йәнә баҫыуҙарға сығып уларҙың торошон ҡараясаҡ.

Бөгөнгө көнгә районда 2500 гектарҙа йәғни планлаштырылған майҙандың 36 процентында дым ҡаплатыу башҡарылған. “Интернационал”, “Победа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрендә, “Лейтер” крәҫтиән-фермер хужалығында эштең яртыһы теүәлләнгән. Ужымды туҡландырыу 2100 гектарҙа, йәғни пландың 35 процентында үтәлгән. Ә бына “Интернационал” хеҙмәтсәндәре уны тамамлап та ҡуйған. “Искәндәров”, “Лейтер”, “Победа” хужалыҡтарында билдәләнгән майҙандың 60 процентында саралар күрелгән.

Сәсеү өсөн орлоҡ ағыулау ҙа хужалыҡтарҙа тулы көскә бара. Яҙғы бөртөклө культуралар орлоғоноң 80 проценты ағыуланған да инде. Беҙҙең район өсөн ғәҙәти булмаған культуралар сәсеү ҙә күҙ уңында тотола. Быйыл 643 гектарҙа рапс, 300 гектарға яҡын майҙанда етен сәсеү ниәтләнә.

- Көндәр асылыу менән дәррәү генә сәсеү эштәрен үтәп сығыу бурысы тора. Агротехник сроктарҙы үтәү беҙҙең эштә мөһим шарт, - ти Ишембай мәғлүмәт-консультация үҙәге баш агрономы Фәүзиә Ғилманова.

Ауыл хужалығында эште һуңғараҡ күсереү мөмкин түгел, һәр сәғәт, һәр минут ҡәҙерле. Хеҙмәт менән сыныҡҡан ялан батырҙары эштән ҡурҡмай, көнө генә булһын. Яңы вирус та ауыл хужалығы эшен тотҡарларға тейеш түгел – икмәкле халыҡ бирешмәҫ.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей