Һөтсөлөктə етди аҙым

Бынан бер йыл элек, республикабыҙҙа үткəрелгəн «500 ферма» республика программаһына инеп ҡатнашҡан хужалыҡтарға икенсе һулыш кисерергə, йəғни, һөт етештерергə этəргес аҙым булды.

Был йүнəлештə беҙҙең районыбыҙ хужалыҡтары ла ҡатнашып, дəүлəтебеҙ программаһы уңышлы тормошҡа ашырылды. Хəҙер һауынсылар һауылған һөттө күнəк менəн күтəреп йөрөмəйҙəр, ə күп эштəр автоматлаштырылған. Ысынлап та, был программаның ыңғай, яҡшы яҡтары күп. Əлеге ваҡытта ауыл кешеһе өсөн яуаплы осор — мал ҡыш- латыу бара. Был ауыл эшсəндəре өсөн һəр саҡ ҙур яуаплылыҡ талап иткəн, етди һынау булып тора. «Йəйҙең бер көнө йылды туйҙыра» тигəн мəҡəл дə бар. Шуға ла был осорҙо өҙлөкһөҙ үтеп сығыу өсөн уға алдан əҙерлəнəлəр.

Рим Саттаров, «Искра» хужалығы- ның Яҡшымбəт һөтсөлөк фермаһы мөдире:

Быйылғы йəй бигерəк ҡырыҫ булды, яуым-төшөмдөң булмауы үтə ныҡ аяҡ салды. Булған мал аҙығын һаҡсыл тотоноп, ҡышҡы миҙгелде юғалтыуһыҙ сығырбыҙ, тигəн өмөттəбеҙ. Беҙҙең коллективта үҙ эшен тырышлыҡ менəн башҡарған Гөлфиə Чурина, Əнүзə Мирасова, Фируза Түлəкова, Лена Буцева, Гөлшат Саттарова, хисапсылар Альбина Манғотова, быҙау ҡараусылар Гөлфиə Исхаҡова, Хəлимə Мукашова, Нурсилə Сəлтəшеваларҙы телгə алыр инем.

Зилə Манғотова, өлкəн лаборант:

Əлеге ваҡытта, хужалыҡ буйынса, тəүлегенə 85 центнер һөт һауып алынып, ҡулланыуысыларға оҙатабыҙ. Һауылған һөттөң ҡуйылығы 4.3 - 4.5 процент тəшкил итə. Етештерелгəн продукциябыҙ, йəғни, һөт бар күрһəткестəр буйынса ла юғары сифат менəн үтə.

Районыбыҙҙың хужалыҡтары мал ҡышлатыу миҙгелен уңышлы тамамлау бурысы менəн йəшəй.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей