ҺӨНӘРЕНӘ ТОҒРО ҠАЛА

Механизатор һөнәре бөгөнгө көндә лә көнүҙәк. Унан башҡа ер эшен һәм малсылыҡты күҙ алдына ла килтереп булмай. Ҡарлыманбаш ауылында йәшәүсе Зәбир Ғимранов та бар ғүмерен тракторсы, комбайнсы һөнәренә бағышлай.

Эйе, Зәбир Кашфулла улының тор­мош юлы ауыл хужалығынан айырыл­ғыһыҙ. Егет 7-се класты тамамлағас та ул саҡтағы башҡа күп малайҙар кеүек комбайнсы ярҙамсыһы булып башлай. “Бункерҙан иген ағыуын күҙәтергә бик ярата торғайным. Шулай уҡ “Белорус” тракторында йөксө булдым: йөк башында сенажды тигеҙләй, тапап тора инем. Йыл һайын каникулдар башланыу менән был эште көтөп алыуым хәтерҙә”, - ти ул.
Егет мәктәпте тамамлағас та армия сафына алына. Унан әйләнеп ҡайтҡас тыуған ауылдан сығып китеүҙе күҙ алдына ла килтермәй. Бер аҙ әҙерлек үткәс, уға “ҡорос ат” ышанып тапшырыла. Шулай башлана иртә таңдан ҡара кискә тиклем дөйөм эш өсөн тырышып хеҙмәт итеүҙәр. Уңған егет колхоз эше өсөн алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Заманалар, сәйәсәт үҙгәреп, ул эшләгән колхоздар, йәмғиәттәрҙең исемдәре алышынһа ла, Зәбир Ғимранов эшләгән ерендә һөнәренә тоғро ҡала. Салауат, Карл Маркс исемендәге колхоз­дарҙа, “Алатау”, “Зәйнуллина” йәмғиәт­тәрендә эшләй ул. Әлбиттә, техниканы йүгәнләү бик еңелдәрҙән түгел, сөнки ул руль артында йөрөү генә түгел, ә уны төҙәтеп, ҡарап торорға ла кәрәк бит әле. Ул төҙөк булһа ғына һы­натмай. Зәбир ағай үҙенә йөкмәтелгән эшкә яуаплы ҡарауы менән айырылып тора. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, ба­рыһын да намыҫлы башҡара.  
Колхоздар тарҡалыу осорон кисергән саҡта иһә һөнәре буйынса МТС-та ла бер аҙ эшләп ала. “Ул саҡтарҙа  комбайнда республиканы арҡырыға һәм буйға сыҡтым. Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла, Кушнарен, Дүртөйлө район­дары баҫыуҙарында эшләнем”, - тип хәтергә ала игенсе. 
Ғөмүмән, яҙғы, йәйге, көҙгө осорҙа Зәбир Ғимранов “тимер ат”ында баҫыу-ҡырҙарҙы иңләй: ер һөрә, эшкәртә, иген сәсә, тырмата, аҙаҡ комбайнда уны ура, һуға, йыя. Сөгөлдөр үҫтерә, ҡул көсөнән башҡа эшләү формаһы башланғас, ул тәүгеләрҙән булып яңылыҡҡа ынтыла, “татлы тамыр”ҙы сәсеүҙе, ағыулауҙы үҙ өҫтөнә ала. Шулай уҡ сәсеү ваҡытында баҫыуҙарға орлоҡ килтерә, мал аҙығы өсөн бесән саба, йыя. Ә ҡыштарын фермаға сенаж, жом, патока, барда, һалам, бесән ташый. 
Сәсеү, уңыш йыйыу осоронда уны ғаиләһе бик күрмәй ҙә тиерлек. Шулай ҙа уның “тыл”ы ныҡлы. Иренең ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөп торған ҡатыны Роза Әбделвәли ҡыҙы тәмле ризыҡтары менән ҡаршы ала. Ҡасан ҡайтһа ла, уның аш-һыуы әҙер, сәйе ҡайнаған,  йөҙө яҡты. Ә өс улы йорттағы бар эштәрҙә лә ярҙамлашып үҫә. Шуға ла хеҙмәттән йәм табып үҫкән егеттәрҙең һәр береһе үҙ урындарында лайыҡлы хеҙмәт итә. Зәбир Кашфулла улының тырышып эшлә­үендә, һис шикһеҙ, ғаиләһенең дә өлөшө ҙур, тип хаҡлы әйтергә була. 
Һәр саҡ эшен еренә еткереп башҡар­ған уңған, эшһөйәр механизатор Зәбир Ғимранов хеҙмәттәштәре, ауыл­даштары араһында ла хөрмәт ҡаҙанған. Фиҙаҡәр хеҙмәтен, тырышлығын етәк­селәр ҙә баһалай: Маҡтау ҡағыҙҙары күп нәмәләр тураһында һөйләй.
Механизатор тигән маҡтаулы һөнәр эйәһенең үҙ ғүмерендә ҡара тупраҡҡа әсе тире аҙ һеңмәгән. Һөнәрен бик яратҡан һәм уға тоғро ҡалған ағайға алдағы көндәрҙә лә хеҙмәтенең шатлыҡтарын, хаҡлы баһаланыуын күреп йәшәргә яҙһын.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Роза Тажетдинова 
фотоһы.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей