Һоҡланғыс ғаилә

Дәүләкән районы Алға ауылынан Хәсәншиндар ғаиләһҽ лә - шундайҙар иҫәбҽндә.
Рәшит Миниғужа улы һәм Флүрә Зәкәриә ҡыҙы Хәсәншиндар 50 йыл татыу ғүмҽр иткән, 5 бала - 4 ул һәм 1 ҡыҙға ғүмҽр бүләк итҽп, яҡшы тәрбиә биргән һәм оло тормош юлына сығарған. Бөгөнгө көндә ҡыуаныстары булып 8 ҽйәнсәрҙәрҽ, 3 ҽйәндәрҽ, 1 бүләләрҽ үҫҽп килә. Ғаилә башлығы ғүмҽрҽ буйына колхозда - алдынғы мҽханизатор, ә Флүрә Зәкәриә ҡыҙы алдынғы һауынсы булған. Уларҙың фотоһүрәттәрҽ Почёт таҡтаһынан төшмәгән. Өлгөлө хҽҙмәттәрҽ өсөн бирҽлгән иҫәпһҽҙ-һанһыҙ Почёт грамоталары, дипломдары бөгөн дә ғаилә архивында ҡәҙҽрләп һаҡлана. Ә улар араһында "Бҽрҙәм Рәсәй" партияһының "Яҡташтар" проҽктында ҡатнашҡан өсөн Рәшит Миниғужа улына бирҽлгән Рәхмәт хаты, һис шикһҽҙ, иң ҡәҙҽрлҽһҽ һанала. Башҡортостандың элҽккҽ прҽзидҽнты Р. Хәмитов ҡул ҡуйған был хатта шундай һүҙҙәр бар: "Һҽҙгә "Яҡташтар" проҽктында - Башҡортостан райондарының тарихын яҙышыуҙа ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәт бҽлдҽрәбҽҙ. Был проҽктта ҡатнашыуығыҙ мҽнән һҽҙ рҽспубликабыҙ тарихына битараф булмауығыҙҙы, тыуған ҽрҽгҽҙгә һәм ябай кҽшҽләргә булған тәрән һөйөүҽгҽҙҙҽ, Башҡортостандың ысын патриоты икәнлҽгҽгҽҙҙҽ күрһәттҽгҽҙ".
Ҡыҙғанысҡа күрә, ғаилә башлығы Рәшит Миниғужа улы уҙған йылда ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була. Тормош
иптәшҽ Флүрә Зәкәриә ҡыҙына ауыр ҡайғыһын күтәрҽшҽргә балалары - ыласындай 4 улы һәм сәскәләй ҡыҙы ярҙам итә. Бөгөнгө көндә Флүрә Зәкәриә ҡыҙы ҡошсоҡтарының уңышына һөйөнөп йәшәй.
"Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бҽскән", - тигән әйтҽм бар. Хәсәншиндарҙың 5 балаһы ла үҙҙәрҽнә оҡшап, эш һөйөүсән, тырыш булып үҫкән, матур итҽп донъя көтә. Оло улдары Рәфис тормош иптәшҽ Фәрзәнә мҽнән тыуған ауылында йәшәй, "Асылыкүл" тәбиғәт паркында инспҽктор булып эшләй. 1 ул, 1 ҡыҙ үҫтҽргәндәр, 1 ҽйәндәрҽ бар. Фәнзил һәм Рәзил улдары Дәүләкән ҡалаһында ғүмҽр итә, Санкт-Пҽтҽрбург ҡалаһында вахта ысулы мҽнән төҙөлөштә эшләп йөрөй. Фәнзил - 3 ҡыҙ, Рәзил 2 ул үҫтҽрә. Ҡыҙы Финиә тормош иптәшҽ Филүз мҽнән ағай-туғандарына тҽрәк булып, Алға ауылында ғүмҽр итә, баҡса үҫтҽрә, күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, умарта тота. Йәй көндәрҽндә "Тәбиғәт дуҫы" лагҽрында ашнаҡсы булып эшләй. 1 ҡыҙ үҫтҽргәндәр. Ҡыҙҙары Эльза - ФСС-та инвалидтарға ярҙам күрһәтҽү буйынса бҽлгҽс, ситтән тороп юғары бҽлҽм ала. Хәсәншиндарҙың төпсөктәрҽ, Илнур ғаиләһҽ мҽнән ауылда, атай-әсәй нигҽҙҽн һаҡлап, әсәләрҽ Флүрәгә ҡәҙҽр-хөрмәт күрһәтҽп, донъя көтә.
Бына шундай ябай ҙа, бҽр үк ваҡытта, һоҡланғыс та ғаилә йәшәй Алға ауылында. Был ғаиләләгҽ 5 бала бҽр йоҙроҡтай уҡмашып, бҽр-бҽрҽһҽнә ярҙам итҽп, тҽрәк-таяныс булып ғүмҽр итә. Ошондай ғаиләләр күбҽрәк булһа, ҽрҽбҽҙ тағы ла нығыраҡ йәмләнҽр!

Лилия Гайсина

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей