Һоҡландырғыс, парлы ғүмер

Мин ике туған ағайым Марат менəн уның тормош иптəше, еңгəм Мəрйəм тураһында яратҡан гəзитемə яҙып үтмəксемен. Йомағоловтар бер-береһенə терəк булып 60 йыл бергə матур ғүмер кисерəлəр. Был һоҡланғыс ғаилə менəн ғүмер буйы бергə эшлəнек, уларҙың матур тормошо ла беҙгə ныҡ таныш. Йомағоловтарҙың икеһе лə 1936 йылғылар, икеһенə лə 84-шəр йəш. Марат ағай 1959 йылда əрме хеҙмəтенəн ҡайтыу менəн Йылайыр районына бер йыллыҡ ветеринарҙар курсына уҡырға керə. Шунда етеҙ егет үҙенең буласаҡ тормош иптəше, Йылайыр районы һылыуы Мəрйəмде осрата. Йəштəр бер-береһенə ғашиҡ булып, 1960 йылда өйлəнешəлəр. Икеһе лə бер йыллыҡ курсты уңышлы тамамлап районыбыҙҙың Тимербай ауылына йүнəлтмə буйынса эшкə ҡайталар. Ағайымды ветеринар, ə еңгəне ветсанитар итеп эшкə тəғəйенлəйҙəр. Эштəрен еңел тип əйтеп булмай уларҙың. Ул саҡта фермала малдар күп ине. Эре баш малдар 400-лəп булһа, һарыҡ-кəзəлəр һаны алты меңгə йыйыла ине. Унан тыш ауыл малдары ла күп, уларға ла өлгөрөр кəрəк. Үҙенең төп эшенəн башҡа Марат ағайым йəмəғəт эштəрендə лə əүҙем ҡатнашты. Бер нисə тапҡыр депутат итеп тə һайланылар үҙен. Ниндəй генə ауырлыҡтар булһа ла Йомағоловтар үҙ тормоштарын малсылыҡ дауалауға арнанылар. Үҙ эштəрен яратып, хаҡлы ялға сыҡҡансы намыҫ менəн башҡарҙылар. Улар дүрт балаға ғүмер бүлəк итеп, матур тəрбиə бирҙелəр. Тормоштан йəм табып йəшəгəн, хеҙмəт ветерандары булған Йомағоловтар əле лə дəртлəнеп донъя көтəлəр. Улар һарай тулы мал аҫрайҙар, баҡса тулы йəшелсə, емеш-елəк үҫтерəлəр. Беҙ, барлыҡ ауыл халҡы уларға бəхетле, оҙон ғүмер телəйбеҙ. Тирə-яҡты йəмлəп, балаларына терəк, кəрəк булып тағы ла оҙоноҙаҡ парлашып ғүмер итергə Хоҙай насип итһен Йомағоловтарға. Ришат ЙОМАҒОЛОВ Кинйəабыҙ ауылы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей