“Һинең өсөн” сәскә студияһы

28 февраль – Флористика көнө 14 февралдә Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Һинең өсөн” (“Для тебя”) сәскә студияһы асылыуға бер йыл тулды. Ошо бер йыл эсендә ул ике меңдән ашыу заказ үтәне.

Шәхси эшҡыуар Елена Ғәләүетдинованың студия булдырыу идеяһы күптән өлгөрә. Үҫемлек һәм уларҙы ҡарау буйынса белем дә етерлек кимәлдә туплана: Елена бала саҡтан сәскәләр ярата һәм уларҙы үҫтереү менән шөғөлләнә.
Тәүҙә ул заманса флористика, атап әйткәндә, бөгөнгө көндә ҙур һорау менән фай-ҙаланған йыйылма гөлләмә һәм кәрзиндәрҙә гөлләмәләр төҙөү ысулын һайлай. Бының өсөн башлыса оҙаҡ ваҡыт һаҡлана торған Эквадорҙан килтерелгән роза һәм Голландиянан килтерелгән сәскәләрҙе файҙалана.
Билдәле булыуынса, бер тантаналы сара ла бүләкһеҙ үтмәй, ә кәрзиндәге матур гөлләмә йәиһә көршәктәге тере сәскә менән ҡунаҡҡа барыу күңелле. Сәскәләр студияһында беҙ һәр саҡ клиенттарыбыҙға шатбыҙ. Бында гөлләмә йәиһә төрлө хаҡ категорияһындағы композиция һатып алырға мөмкин.
Тәҡдим ителгән сәскә, үҫемлектәр ассортименты төрлө-төрлө һәм даими тулыландырыла. Бер башлы һәм ҡыуаҡлы розалар, бер башлы һәм ҡыуаҡлы хризантемалар, премиум сифатлы альстромерия, гортензия, диантус, эустома, төрлө төҫтәге гербер, шулай уҡ гөлләмәләрҙе тулыландырған декоратив йәшел үҫентеләр бар. Бынан тыш, һауытҡа ултыртылған сәскәләр ҙә тәҡдим ителә. Әҙер гөлләмәләрҙең бөтә ассортиментына 5 процент ташлама ғәмәлдә.
Шулай уҡ студияла гелий менән тултырылған шарға, ә гөлләмәгә өҫтәп уға ярашлы тауарҙарға, топпер, йомшаҡ уйынсыҡ, открытка, аҡса өсөн конверт һәм башҡа бик күп нәмәләргә заказ бирергә мөмкин.
Эшлекле кейемдәге курьер һәм видеоҡотлау өҫтәмә хеҙмәттәре ҙур һорау менән фай-ҙалана. Видеоҡотлауға гөлләмә йыйыуҙан алып тапшырыуға тиклемге бөтә этаптар ҙа инә.
Студияла заказ буйынса гөлләмәне йыйғандарын көткән ваҡытта клиенттар бушлай “Американо” ҡәһүәһен эсә ала.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей