Һеҙҙең өҫтәлдә - Ҡуянтау икмәге!
Балаларын бәләкәй саҡтан хеҙмәт менән тәрбиәләгән, икмәктең валсығын да ҡәҙерләргә өйрәткән Кәлимуллиндар уларға оло өмөт бағлай. Һәм яңылышмайҙар. Уларҙың эшен бөгөн балалары лайыҡлы дауам итә. Икмәк бешереү серҙәре, үҙенсәлектәре менән яҡындан танышып, хеҙмәттә йәм һәм тәм табып, бар күңелдәрен һалып, ең һыҙғанып эшкә тотона. Ысынлап та, ул дәүерҙән алып икмәк бешереү цехы ҙур үҙгәреш кисерә.
Баймаҡтан Кәлимуллиндар ғаиләһе эшҡыуарлыҡҡа 1992 йылда тотона. Тәүге йылдарҙа Әхмәт Мөхәмәҙиә улы менән Зөбәйлә Арыҫлан ҡыҙы металл йыйыу, мебель һәм аҙыҡ-түлек ташыу менән шөғөлләнә. Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларында сауҙа нөктәләре булдыралар. 1995 йылда Түбә руднигының элекке ашханаһы бинаһында икмәк бешереү цехы асалар. Бының өсөн бинаны төҙөкләндереп, кәрәкле ҡоролма алалар, икмәк бешереүселәрҙе әҙерләйҙәр. Шундай үҙгәреш кисергәндән һуң, “Айгөл” предприятиеһы ҡала халҡын тәмле икмәге менән һыйлай башлай. Ул ваҡытта айына 34,5 тонна икмәк һәм икмәк изделиелары етештерелә.
Балаларын бәләкәй саҡтан хеҙмәт менән тәрбиәләгән, икмәктең валсығын да ҡәҙерләргә өйрәткән Кәлимуллиндар уларға оло өмөт бағлай. Һәм яңылышмайҙар. Уларҙың эшен бөгөн балалары лайыҡлы дауам итә. Икмәк бешереү серҙәре, үҙенсәлектәре менән яҡындан танышып, хеҙмәттә йәм һәм тәм табып, бар күңелдәрен һалып, ең һыҙғанып эшкә тотона. Ысынлап та, ул дәүерҙән алып икмәк бешереү цехы ҙур үҙгәреш кисерә.
2008 йылда Кәлимуллиндар Ҡуянтау ауылында икмәк бешереү цехы аса. Улдары Хәлил, ата-әсәләренең эшен дауам итеп, был тармаҡты үҙ ҡулына ала. “Ҡуянтау икмәге” исеме аҫтында бешерелгән икмәк ҙур һорау менән файҙаланыла. Сауҙа нөктәләренә көн һайын 200 икмәк оҙатыла. Баймаҡ һәм райондың ун ауыл халҡын тәьмин итәләр. 2011 йылда ҡалала яңы цех асыла. Ике икмәк бешереү электр мейесе, ҡамыр баҫыу ҡоролмаһы, продукция ташыу өсөн ике автомобиль алына. Дүрт йыл буйы Кәлимуллиндар 30-лаған ауыл халҡын яңы бешкән икмәк менән тәьмин итә. 2016 йылда иһә улар һаны 43-кә етә. Ҡуянтау икмәген Йылайыр районында йәшәүселәр ҙә ҙур теләк менән һатып ала.
2015 йылда икмәк һәм икмәк продукцияларының төрө 35-кә етә. Һорау ҙур булғанлыҡтан, цехты тағы ла киңәйтеү ихтыяжы килеп тыуа. Шул маҡсатта Баймаҡтағы 726 квадрат метр майҙанды биләгән элекке ит комбинаты бинаһын һатып алалар. Район хакимиәте ярҙамы менән унда электр энергияһы, һыу һәм газ селтәре төҙөлә.
Хәлил Кәлимуллин артабан крәҫтиән-фермер хужалығы асҡанлыҡтан, икмәк бешереү буйынса йүнәлеште ул һеңлеһе Айгөл Әхмәт ҡыҙына тапшыра. Бөгөнгә ҡәҙәр уның менән Айгөл Уразбахтина етәкселек итә.
Предприятие артабан да үҫешә. 2016 йылда 559 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамына “Иртыш” икмәк бешереү һәм ҡамырҙы ҡалҡтырыу мейестәре алына. Был иһә эште тағы ла еңеләйтә. Етештереүсәнлек артып, икмәк һәм икмәк изделиелары бешереү өсөн йылына 400 тонна он эшкәртелә башлай.
- Яҡын арала он тартыу тирмәне асыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Шулай уҡ ярымфабрикаттар һәм кондитер изделиелары етештереү цехтарын булдырырға иҫәп тотабыҙ, - тине Айгөл Уразбахтина. - Икмәктәрҙе ҡомалаҡтан бешерәбеҙ. Уның файҙалы икәнен бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ. Бөгөн төрлө эслектән бәлештәр, батондар тәҡдим итәбеҙ. Ай һайын яңы продукция төрөн үҙләштерәбеҙ. Коллективта юғары квалификациялы белгестәр эшләй. Бөтә продукцияның да сертификаты бар. Профсоюз комитеты ойошторолған. Эшселәрҙең балаларына ял итеү лагерҙарына путевкалар бирелә. Үҙ оҫталыҡтарын арттырырға теләгәндәргә төрлө яҡлап ярҙам итәбеҙ.
Социаль йүнәлештә эшләгән “Ҡуянтау икмәге” предприятиеһы балалар баҡсаларына, мәктәптәргә даими рәүештә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Киң ассортимент, яҡшы сифат, ҡулайлы хаҡтар, һәр кемгә шәхси ҡараш менән эшләгән тармаҡтың киләсәге өмөтлө.
Лилиә ТАКАЕВА.